+24 °С
Ямғыр
Рәсәй йырсыһы Филипп Киркоров 35-40 йыл элек булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп, Өфө юлында маршруткала бер ауырлы ҡатындың балаһын ҡабул итешеүе тураһында һөйләгән. Был турала ул Fametime TV каналына интервьюһында хәбәр иткән.
Автобус Өфөнән ниндәйҙер икенсе ҡалаға йүнәлгән булған.
“Өфөнән икенсе бер ҡалаға маршруткала ҡайҙалыр китергә сыҡҡайныҡ. Унда бер ҡатын бала тапты, ә мин ҡабул итеп алдым. Уға Филиппина тип исем ҡуштылар. Хәҙер 40 йәштәр тирәһе барҙыр”, тип һөйләне артист.
Фото: видеонан скриншот.