Яңы йыл яҡынлашыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Байрам кәйефе һәр ерҙә күҙәтелә.
Сибай ҡалаһында 6-сы маршрут автобусы “Автовокзал - Алтын ҡасабаһы” буйынса пассажирҙарҙы Ҡыш бабай (Роман Морозов) һәм Ҡарһылыу (Гөлнара Голдырева) ҡаршы ала, шиғыр һәм йыр өсөн татлы бүләктәр тапшыралар. Үҙҙәренең туҡталышына барып еткәнсе байрам кәйефе менән уртаҡлашалар .
Пассажирҙарҙың барыһы ла Сибай автотранспорт предприятиеһының яңы йыл автобусында алған тәьҫораттары менән бик шат.
Ә һеҙ йәшәгән ҡалала автобус йөрөткән Ҡыш бабайҙар осраманымы әле? Фотолары менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото: телеграм