Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәгән блогер, бар яҡлап оҫта ҡуллы Рәхимә Мусина үҙе бәйләгән, эшләгән ҡул эштәре менән даими рәүештә сәхифәһендә уртаҡлаша бара. Был юлы ул ҡурсаҡҡа бик матур итеп башҡорт кейеме бәйләгән.
"Ҡурсаҡты башҡорт ҡыҙы итеп кейендереү теләге миндә күптән йәшәй ине.Тик тегә белмәүем ҡамасауланы. Зато бәйләй беләм дәһә, тинем дә, елпелдәкле күлмәген дә, камзулын да, маңлайсаһын да пряжанан бәйләнем дә кейҙерҙем.
Ә һеҙ ҡыҙыҡайға берәй матур исем тәҡдим итегеҙ!" - тип яҙған ине ул сәхифәһендә.
Хәҙер башҡорт кейемле ҡурсаҡҡа исем һайланған. Был хаҡта Рәхимә Мусина бына нимәләр яҙа:
"Эй матур ҙа инде беҙҙең башҡорт исемдәре, береһенән-бере яғымлыраҡ, сағыуыраҡ булып, мине һайла ла мине һайла тип саҡырып торалар инде. Баш әйләнеп китте хатта. Тик бер ҡурсаҡҡа йөҙләгән исем биреп булмай ҙаһа! Ахыры, иң тәүге комментарийға өҫтөнлөк бирергә булдым: Әбйәлил районы Хәлил ауылынан Сәүҙә апай Ғәбитова пост таҫмаға сығып һигеҙ минут үтеүгә Зөлхизә тигән исем тәҡдим итте. Бер аҙҙан Һәйетҡол ауылынан өс туған һеңлем Зөлхизә Садыҡова: “Ҡурсағың төҫкә миңә оҡшап тора, минең аҙаш булһын”, тип яҙҙы. Тағы әллә күпме кеше ҡурсаҡтың Зөлхизә булыуын теләне. Булһын әйҙә, матур исем бит! Рәхмәт бөтәгеҙгә лә ихласлығығыҙ өсөн!!!
Яңы йылда ла Зөлхизәнең тормошон яҡтыртып, гардеробын күрһәтеп барырмын әле. Әлегә ошо ике яңы кейеме менән ҡотлай тороғоҙ!" - тигән Рәхимә Мусина.
Ысынлап та Зөлхизәнең кейемдәре матур, эйеме?!
Фото: Рәхимә Мусина