Йәмғиәт
29 Декабрь 2024, 03:00

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!

Матур ҡыҙҙар һәм батыр улдар үҫтергән әсәләрҙең күкрәген "Әсәлек даны" миҙалы биҙәй.

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!

Яңы йыл байрамы алдынан Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов күп бала тәрбиәләгән әсәләргә лайыҡлы награда тапшырҙы. 

Бөгөн беҙ ғаилә институтын тергеҙеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау - мөхәббәт, хөрмәт һәм үҙ-ара аңлашыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Ғаилә - ул иң мөһиме. Әсәләрҙең хеҙмәте ҡайһы берҙә һиҙелмәй ҡала, әммә ғаилә усағын нығытыуҙа иң мөһим роль уйнай. 

Азамат Иҙрисов алтышар бала тәрбиәләгән  Хәсән ауылынан Әлифә Садыҡова һәм 1-се Төркмәндән Рузилә Ғөбәйҙуллинаны «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләне.

Шулай уҡ Түбә ауылынан Зилә менән Азат Үтәбаевтарҙың биш бала тәрбиәләгән ғаиләһе лә билдәләнде. Улар «Күп балалы ғаилә» номинацияһында беренсе урын яуланы һәм Бөтә Рәсәй «Йыл ғаиләһе» конкурсының республика этабында ҡатнашыусы дипломын алды. Шулай уҡ район хакимиәтенән Рәхмәт хаты Баймаҡтың 5-се мәктәбе ашнаҡсыһы, дүрт бала әсәһе Оксана Ханафинаға тапшырылды. 

Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.

Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Рәхмәт һеҙгә, әсәйҙәр!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас