Йәмғиәт
30 Декабрь 2024, 04:00

7-се класс уҡыусыһы бүҙәнә үрсетә

Уны район хакимиәте башлығы тыуған көнө менән ҡотланы.

7-се класс уҡыусыһы бүҙәнә үрсетә7-се класс уҡыусыһы бүҙәнә үрсетә
7-се класс уҡыусыһы бүҙәнә үрсетә

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов йәш эшҡыуарҙы тыуған көнө менән ҡотланы.

– Беҙҙең йәш эшҡыуар Алан Солтанов тыуған көнөн билдәләй. Уны үҙем шәхсән ҡотланым. Алан - 4-се мәктәптең етенсе класс уҡыусыһы. Ошо йәшендә ул үҙ эше менән шөғөлләнә – бүҙәнә үрсетә, уларҙы хәстәрләп ҡарай һәм ҡоштарҙың итен, йомортҡаһын уңышлы һата.

Балалар шундай әүҙемлек һәм яуаплылыҡ күрһәткәндә, беҙ киләсәгебеҙҙең ышаныслы ҡулдарҙа булыуына ышана алабыҙ. Мин ысын күңелдән ышанам, Аландың алда уңышлы киләсәге бар, уға бөтә башланғыстарында ла уңыштар теләйем. Уның белемгә ынтылышы һәм үҙ эшен үҫтереүе һәр ваҡыт хуплау һәм танылыу тапһын. Һиңә бәхет, һаулыҡ һәм яңы ҡаҙаныштар, Алан! – тип изге теләктәрен еткерҙе йәш эшҡыуарға район етәксеһе Риф Йосопов.

Фото: https://t.me/RifYusupov0408/7606.

7-се класс уҡыусыһы бүҙәнә үрсетә
7-се класс уҡыусыһы бүҙәнә үрсетә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас