Йәмғиәт
30 Декабрь 2024, 05:00

Сибайҙа 600-сө сабый тыуған

Сабый - Савинкиндарҙың  ғаиләһендә тыуған дүртенсе бала, уға Динар тип исем ҡушҡандар.

Сибайҙа 600-сө сабый тыуғанСибайҙа 600-сө сабый тыуған
Сибайҙа 600-сө сабый тыуған

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 2024 йылдың 600-сө сабыйы тыуыуы тураһында акт теркәлгән. Түңәрәк һан аҫтында яҙылған бала - Әлиә Асҡар ҡыҙы менән Андрей Николаевич Савинкиндарҙың ғаиләһендә тыуған дүртенсе улдары. Сабыйға Динар тип исем ҡушҡандар. Савинкиндарҙың өлкән улы Эмилгә -10, Эмирға - 6, Камилға 3 йәш.

Күп балалы ғаиләгә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтан иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Динарҙың ата-әсәһенә, ағайҙарына иш булып үҫеүен теләйбеҙ!

Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас