Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Ғәле Фәхретдинов Яңы йыл алдынан бик матур иҫтәлеге менән уртаҡлашҡан.
"1957 йылдың декабрендә Яңы йылға әсәйемә үҙ ҡулдары менән эшләгән шкатулка бүләк иткән атайым Әхмәҙи Фәйзрахман улы. Улар әле өйләнешмәгән дә булғандыр ул саҡта... Был ҡомартҡыға 67 йыл! Әле лә әсәйем уны ҡәҙерләп һаҡлай, яратҡан кешеһенең күңел наҙы, ҡулдарының йылыһы һаҡлана кеүек инде... Магазиндан алынған бүләк булһа, бәлки, һаҡланмаҫ та ине... Яңы йыл менән барығыҙҙы ла", - ти Ғәле Фәхретдинов.
Ә һеҙҙең ғаиләлә Яңы йылға бәйле ниндәй матур иҫтәлектәр һаҡлана? Әйҙәгеҙ, беҙҙең менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
Фото һәм сығанаҡ: Ғәле Фәхретдинов