Йәмғиәт
1 Ғинуар 2025, 13:00

"Улым да булһын ине", - тип теләгәйне Рөстәм Нәбиев

Кисә, Яңы йыл төнөндә... 

"Улым да булһын ине", - тип теләгәйне Рөстәм Нәбиев"Улым да булһын ине", - тип теләгәйне Рөстәм Нәбиев
"Улым да булһын ине", - тип теләгәйне Рөстәм Нәбиев

Кисә, Яңы йыл төнөндә, яратҡан блогерыбыҙ Рөстәм Нәбиев ҡыуаныслы яңылыҡ еткерҙе. Баҡһаң, ҡатыны Индира өсөнсө тапҡыр йөклө икән. 2025 йылда күп балалы ғаиләгә әйләнәсәкбеҙ, тине улар.

Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта ғаиләлә ике ҡыҙ – София менән Әминә үҫә. Быйыл өлкәндәре беренсе класҡа уҡырға барҙы, ә бәләкәстәре балалар баҡсаһына йөрөй. Нәбиевтәрҙең яҙылыусылары йыш ҡына: "Ҡасан өсөнсө бәпес алаһығыҙ?" - тип һорай ине. Рөстәм үҙе лә уллы булырға теләүе тураһында күп тапҡыр яҙҙы.

Ҡыҙмы, малаймы - кем булһа ла, иҫән-һау, сәләмәт булып тыуһын тип теләйбеҙ. 2025 йыл барыбыҙға ла ҡыуаныслы хәбәрҙәр генә килтерһен!

Фото: Рөстәм Нәбиевтең сәхифәһе.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас