Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрендә республикалағы Ғаилә йылына ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны.
“2024 йылда, Ғаилә йылында, Башҡортостанда 21 меңгә яҡын яңы ғаилә барлыҡҡа килде, 32,6 мең сабый тыуҙы.
Беҙҙә әсәләргә һәм балаларға ярҙам күрһәтеү артабан да өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейеш. Был йәһәттән шулай уҡ Президент иғлан иткән һәм быйыл башлана торған яңы “Ғаилә” милли проекты ярҙам итер. Ул 2036 йылға тиклем Демографик сәйәсәтте тормошҡа ашырыу һәм күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеү стратегияһының төп механизмы булыр. Уның бурысы – ғаиләне Рәсәй йәмғиәтенең фундаменталь нигеҙе булараҡ яҡлау.
Күп балалы ғаиләләргә финанс ярҙамы саралары араһында – әсәлек капиталын индексациялау, алты процентлы ғаилә ипотекаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу, һалым льготалары һәм авиабилеттарға ташламалар. Сараларҙың тулы исемлеген федераль Хеҙмәт министрлығы сайтында өйрәнергә мөмкин.
Бөтә ғаиләләргә мөхәббәт һәм именлек теләйем! Өйөгөҙҙә шатлыҡ хөкөм һөрһөн, балалар көлөүе яңғыраһын. Ә иң бәләкәй яҡташтарыбыҙға – ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет. Һеҙгә Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһендә тыуыу бәхете яҙған, һәм һеҙҙең ҡулығыҙҙа – Башҡортостандың киләсәге”, – тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov