Йәмғиәт
2 Ғинуар 2025, 10:30

"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?

Өфөнән һәм ҡырҙан килгән 11 мең кеше Ҡыш байрамында ҡатнашты.

"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?

Баш ҡалабыҙҙа 31 декабрь - 1 ғинуарҙа "Терра-ҡыш" Яңы йыл фестивале уҙҙы. Ул 2019 йылдан бирле үткәрелә һәм инде йолаға әүерелде, тиергә була.

Ике көнлөк фестиваль баш ҡаланың Совет майҙанында гөрләне. Яңы йыл тамашаһын Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамы менән Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, "Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы ойошторҙо.

– Ошо йылдар эсендә "Терра-ҡыш" фестивале өфөләр һәм ҡала туристары яратҡан сараларҙың береһенә әүерелде. Был ваҡиға халыҡты шатландырып ҡына ҡалмай, шулай уҡ үҙенсәлекле ҡышҡы байрам мөхитен тыуҙырып, республиканың туристик ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә, – ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Ҡаланың тарихи үҙәге, әйтерһең, һабантуй майҙанына әүерелде. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып кейенгән алып барыусылар байрам ҡунаҡтарына күңелһеҙләнергә ирек бирмәне, ярыштар, әүҙем күңел асыуҙар ҡатнашыусылар күңеленә йылы тәьҫораттар, шатлыҡ өҫтәне.

Байрам кисен элекке “Мираж” төркөмө солисы Наталья Гулькина биҙәне.

1 ғинуарҙа карнавал кейемдәрендә конкурс-парад та ойошторолдо. Ҡаланың үҙәк урамдары буйлап әкиәт, фильм, йәнһүрәттәр персонаждары булып кейенгән 200-ләгән ҡатнашыусы үтте.

Байрамға килгәндәр Совет майҙанында һепертке ярҙамында хоккей уйнаны, арҡан тартышты, тоҡ менән алышты, концерт ҡараны, гастрономия өсөн бүленгән майҙансыҡта һыйландылар ҙа.

Фото: фестивалдең “Бәйләнештә”ге төркөмө – vk.com/tbashkiria

"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
"Терра-ҡыш" ниҙәр менән ҡыуандырҙы?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас