2024 йылдың һуңғы сәғәттәрен барлайбыҙ. Уны республика үҙенсә матур итеп оҙатырға һәм Яңы йылды матур итеп ҡаршыларға тырыша.
Яңыраҡ социаль селтәрҙә тройка аттарҙа парад ойоштороуҙары тураһында видеояҙма һалдылар. Ә бит электән килгән йола – беҙҙең бала саҡта ла Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тройка аттарҙа урамдан үтә ине. Бик матур күренеш! Әле лә урам буйлап үткән тройкаларҙы ҡарап, ошо йылдарға ҡайтабыҙ.
Был тройка аттар парады ҡайҙа үтте икән?
Фото: скриншот.
Видеояҙманы "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә ҡарай алаһығыҙ.