Декабрь аҙағында билдәле журналист, ҡәләмдәшебеҙ Рәзил Бикбулатовтың ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүе тураһында яҙғайныҡ. Әле беҙҙең редакцияға уның тормош иптәше Гөлнур Кәримова рәхмәт хаты ебәргән. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
“2024 йылдың декабрь һуңында беҙҙең ғаиләбеҙ ауыр ҡайғы кисерҙе. Һөйөклө тормош иптәшем, билдәле журналист, “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире урынбаҫары Рәзил Айрат улы Бикбулатовты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ошо ауыр көндәрҙә яныбыҙҙа булған, көс етмәҫ ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлашҡан, һәр төрлө ярҙам иткән Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәкселегенә,
"Башҡортостан Республикаһы" дәүләт унитар предприятиеһы директоры Айнур Хәсән улы Дәүләтбаевҡа, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б. Н.Мелкоедовҡа, “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналы хеҙмәткәрҙәренә һәм Рәзил Айрат улының барлыҡ дуҫтарына, ҡәләмдәштәренә, коллегаларына, бергә уҡыған һәм ошо көндәргә тиклем уның менән матур аралашҡан төркөмдәштәренә, уны һуңғы юлға оҙатырға килгән барыһына ла ихлас йөрәктән рәхмәт һүҙҙәремде еткергем килә. Ошо ауыр ваҡыттарҙа беҙҙең менән бергә булып, Рәзил Айрат улының рухтарын шатландырҙығыҙ, беҙҙең ауыр минуттарыбыҙҙы еңеләйттегеҙ! Беҙгә бүлгән иғтибарығыҙ үҙегеҙгә меңләтә сауаптар булып ҡайтһын, именлектә сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын! Ауыр ҡайғылар ғаиләләрегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы урап үтһен!
Ихтирам менән тормош иптәше Гөлнур Кәримова”.
Тыныс йоҡла, ҡәләмдәш!
Фото: Р. Бикбулатовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.