Йәмғиәт
5 Ғинуар 2025, 01:00

Афарин, Самира!

Мәскәү ҡалаһында VIII “Беҙ – космос балалары” халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр.

Афарин, Самира!Афарин, Самира!
Афарин, Самира!

Мәскәү ҡалаһында VIII “Беҙ – космос балалары” халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурсының “Мөхәббәт – йән һәм космос гармонияһы” темаһына һүрәттәр номинацияһында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Улар араһында Стәрлебаш ауылы балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Самира Туҡтарова ла бар ине. Ҡыҙ сараға уҡытыусыһы Ләйлә Хисаметдин ҡыҙы Абайҙуллина менән барған.

Быйыл конкурста Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Болгариянан, Черногориянан һәм Грузиянан 2400 йәш рәссам үҙ көсөн һынап ҡараған. Әйткәндәй, Самира бындай конкурстарҙа беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай икән.

Сығанаҡ, фотолар: Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Афарин, Самира!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас