Йәмғиәт
5 Ғинуар 2025, 06:00

Әнүәр Нурғәлиевты полицияға саҡыртҡандар...

Ә Диананы һәләк итеүҙә ғәйепле тип танылған ир балаларына тәғәйенләнгән 5 миллион һумлыҡ компенсацияның 15 меңен генә түләгән.

Әнүәр Нурғәлиевты полицияға саҡыртҡандар...Әнүәр Нурғәлиевты полицияға саҡыртҡандар...
Әнүәр Нурғәлиевты полицияға саҡыртҡандар...

Өс бала әсәһе Диана Сәфәрованың аварияла һәләк булыуы күптәрҙе тетрәндергәйне. Был хәл 9 май байрамы алдынан Шишмә ҡасабаһында булды. Ҡатындың үлемендә суд Вадим Латипов исемле кешене ғәйепле тип таныны һәм 7,5 йылға колонияға ултыртырға тигән ҡарар сығарҙы. Шулай уҡ ир Диананың балаларына 5 миллион һум компенсация түләргә тейеш.

Әммә ир түләргә ашыҡмай... “Честный репортаж” каналы хәбәр итеүенсә, ул ошоға тиклем тейешле 5 миллион һумдан ни бары 15 мең һум ғына түләгән. Суд барышында уҡ Латиповтың ҡатыны бөтә мөлкәтен үҙенә яҙҙырған һәм ошоноң менән уны һаҡлап ҡалырға тырышҡандыр, тип фаразлай канал.

Әйткәндәй, эш бының менән дә бөтмәгән. Билдәле булыуынса, Диана халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевтың һеңлеһе. Һәм аварияла һеңлеһен һәләк иткән кеше тейешле яза алһын тип ул күп йөрөнө. Һөҙөмтәлә, әле билдәле булыуынса, артисты Шишмәгә полицияға саҡыртҡандар. Баҡһаң, Вадим Латиповтың ҡатыны уға ҡарата хоҡуҡ һаҡлау органдарына яла яғыу һәм намыҫын кәмһетеү өсөн ғариза биргән. “Моя Уфа” порталы хәбәр итеүенсә, имеш Әнүәр Нурғәлиев интервью биргән сағында Латиповты ҡурҡаҡ һәм енәйәтсе тип атаған.

Артист әйтеүенсә, ул үҙенең шәхси фекерен белдергән. “Шуны әйтәм: суд ҡарар сығарҙы, ул ғәйепле тип танылды. Ошоноң менән бөттө”, – тигән йырсы.

Фото: НТВ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас