Йәмғиәт
6 Ғинуар 2025, 11:30

Килегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙ

“Йәшлек” йәштәр киңлегендә “Классиканан заманса хиттарға тиклем” өҫтәл уйындары фестивале үткәрелде

Килегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙКилегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙ
Килегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙ

“Йәшлек” йәштәр киңлегендә “Классиканан заманса хиттарға тиклем” өҫтәл уйындары фестивале үткәрелде.

Турнирҙарҙа еңеүселәр приздар ғына түгел, дуҫлыҡҡа һәм шатлыҡ-көлөүҙәргә мансылған ыңғай хис-тойғолорға лайыҡ булды. “Оноторлоҡ түгел! Күп кенә дуҫтарыбыҙҙы осраттыҡ һәм, “Мафия” һәм “Диксит” кеүек өҫтәл уйындарын уйнап,  ваҡытты бик шәп үткәрҙек” – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты сарала ҡатнашыусылар. Тағы ҡыҙҙар һәм егеттәр: “Мөхит бик шәп ине! Бер үк ҡыҙыҡһыныуҙар туплаған кешеләрҙең бер урынға йыйылыуын күреүе яҡшы булды”, - тип тә өҫтәне.

Үҙенсәлекле хәтирәләр һәм шатлыҡ-ҡыуыныс бүләк иткән бындай саралар ҡатнашыу мөмкинлеген ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. “Йәшлек” йәштәр киңлегендә (Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 11/86) үткәрелгән сараларға килегеҙ һәм урын алығыҙ. Телеграмм аша яҙылырға мөмкин:

@yashlek_bashmolodezh

Фотолар: “Йәшлек” йәштәр киңлеге.

Килегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙ
Килегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙ
Килегеҙ һәм ыңғай хис-тойғоларға лайыҡ булығыҙ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас