Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар , 13:00

Сөсө икмәк бешереп алайыҡ

Был юлы ла Гөлгөнә Байегетованан шәп рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Сөсө икмәк бешереп алайыҡ
Сөсө икмәк бешереп алайыҡ

"Бөгөн дә сөсө икмәк тураһында яҙып үтергә булдым. Йыл һайын бер-ике тапҡыр бәйән итһәм дә, әле һаман уны нисегерәк бешереү хаҡында һораусылар бар. Бына бөгөн дә шундай үтенес белдерелгән хат алғас, яҙырмын, тип вәғәҙә бирҙем.

Иң тәүҙә шуны әйтеп үтер кәрәк: сөсө икмәк - беҙҙең быуын кешеләре өсөн ашамлыҡ ҡына түгел, ә бала саҡ, әсәй тураһында хәтер, иҫтәлек. Хәҙерге заманда ашайым тиһәң ризыҡ күп, шулай ҙа һирәкләп булһа ла танһыҡҡа сөсө икмәк бешереп алабыҙ һәм бала саҡҡа ҡайтып әйләнгәндәй булабыҙ...

Әлеге ваҡытта сөсө икмәкте йышыраҡ нисек бешерәм - шулай яҙам. Йомшаҡ та, тәмле лә килеп сыға. Ошолай йомро өлөштәргә бүлеп эшләйем.

Сөсө икмәкте кибет кефирында бешерҙем, ойоған һөт тә бара. 500 грамлыҡ пакеттағы кефирға ярты балғалаҡ сода һалдым, бер балғалаҡ тоҙҙо ярты стакан ҡайнар һыуҙа иретеп ҡуштым, ярты стакандай көнбағыш майы (йәки ике-өс аш ҡалағы һары май), самалап еткән тиклем иләнгән он ҡушып, йомшаҡ ҡамыр баҫтым. Уны йомро өлөштәргә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғас, сәнске менән уртаһынан тишкеләп сығып, ҡыҙыу мейескә (180 градус) бешерергә ҡуябыҙ.

Сөсө икмәктең әҙер булыуы өйгә тәмле еҫтәр таралыуынан беленә, ярты сәғәт тирәһе ваҡыт эсендә бешеп сыға. Йомшаҡ ҡына үҙҙәре, һары май һәм һөт менән бигерәк тә тәмле!" - тип яҙған ул.

Ә һеҙ, уңғанбикәләр, сөсө икмәкте нисек бешерәһегеҙ?

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: