Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Ғинуар , 20:20

"Уяҙы - Тау"ҙағы хәлдең сәбәптәре билдәле булды

"Уяҙы -Тау" етәксеһе Ирек Нәсибуллиндың әйтеүенсә, быға тиклем ял итеүселәр менән бындай осраҡтар булғаны юҡ. 

"Уяҙы - Тау"ҙағы хәлдең сәбәптәре билдәле булды
"Уяҙы - Тау"ҙағы хәлдең сәбәптәре билдәле булды

Ошо көндәрҙә киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә Октябрьский биләмәһендәге «Уяҙы-Тау» тау саңғыһы комплексында яңы йыл ялында бер нисә балалы ғаиләнең ағыуланыуы хаҡында мәғлүмәт баҫылып сыҡты. Һүҙ 15 кеше хаҡында бара, улар араһында Мәскәүҙән бер нисә ҡунаҡ бар.

Был мәғлүмәтте Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы тикшерә.

Ведомство хеҙмәткәрҙәре ял базаһындағы өйҙәрҙе, биналарҙы һәм туҡланыу урындарын лаборатория тикшеренеүҙәре ярҙамында тикшерә, сөнки баш ҡала ҡунаҡтары сысҡандарға, база тарафынан байрам күстәнәсе итеп бирелгән ҡаҙҙы ашағандан һуң ағыуланыуға зарланғандар.

Туристарҙың һүҙҙәре буйынса, 3 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар ҡаҙ менән һыйланғандан һуң бер тәүлек үткәс, сирләй башлай (симптомдары ротавирусҡа оҡшаған). Бүлмәләрҙең береһендә табылған сысҡан экскременттарын видеоға төшөрөп алғандар, кадрҙа кимереүселәр ҙә күренә. Туристар үҙ аллы дауаланған.

- Әгәр мәғлүмәт раҫланһа һәм ҡағиҙә боҙоуҙар асыҡланһа, юридик шәхескә уларҙы бөтөрөү буйынса тәҡдимдәр һәм күрһәтмәләр биреләсәк, - тип аңлатма бирәләр төбәк Роспотребнадзорында.

"Уяҙы -Тау" етәксеһе Ирек Нәсибуллиндың әйтеүенсә, быға тиклем ял итеүселәр менән бындай осраҡтар булғаны юҡ.

- Беҙ күп йылдар эшләйбеҙ, быға тиклем сысҡандар менән проблемалар булманы. Ай һайын дератизация үткәрәбеҙ, һуңғы тапҡыр декабрҙә территорияны кимереүселәрҙән эшкәрттек. Һәм бына киң мәғлүмәт сараларында 15 кеше - 8 өлкән кеше һәм 7 бала бөтә ҡунаҡтарҙы һыйлаған ҡаҙҙар һәм сыр менән ағыуланған тигән хәбәр тарала. Был ҡаҙҙарҙы Яңы йыл байрамында базала 250 ял итеүсе ашаны һәм башҡа бер кемдән дә дәғүәләр килмәне. Ялыуҙа кешеләрҙең ҡоҫоуы, эсе китеүе тураһында әйтелә, әммә өс көн дауамында улар әүҙем ял итте, ике тапҡыр мунсаға барҙы, атта комплекстан ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡыш бабайҙың өйөнә барҙы, санала йөрөнөләр. Беҙҙә видео һәм тауыш камераларынан яҙмалар бар, кәрәк булһа, уларҙы бирә алабыҙ. Йәғни, улар бер ҙә сирлегә оҡшамағайны, әммә улар, тәгәрәп ятып ауырыныҡ, тиҙәр. Бында даими рәүештә табип эшләй һәм ошо көндәрҙә уға бер кем дә мөрәжәғәт итмәгән, ярҙам һорамаған, урындағы дауаханаға ла бер кем дә килмәгән. Әммә ялдың һуңғы көнөндә генә, беҙгә бында оҡшаманы, тинеләр, сысҡандарға зарландылар. Администрация исеменә ялыу яҙырға тәҡдим иткәндә, улар баш тартты, эҙемтәләр менән янаны. Һәм беҙгә Роспотребнадзор, Тәфтиш комитеты килеп тикшереү үткәрә башланы. Уның яҡынса һөҙөмтәләре буйынса ведомстволарҙың етди дәғүәләре юҡ. Минең өсөн клиенттарҙың ҡәнәғәт булыуы бик мөһим, һәм теге йәки был проблемалар килеп тыуһа, мин шунда уҡ ярҙамға киләм, барыһын да хәл итергә тырышам, әммә бында һөйләшергә теләмәнеләр, - тип аңлатма биргән ул "Башинформ" хәбәрсеһенә.

Хәл күҙәтеү органдары һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы контролендә.

- Сервис мәсьәләләре, әлбиттә, хәл ителергә тейеш. Был бик ҙур эш, даими контроль талап ителә. Шуға күрә бөгөн етәкселек менән дә, администратор менән дә, база хеҙмәткәрҙәре менән дә аралаштыҡ - бөтәһе лә, әгәр ниндәйҙер хаталар булһа, уларҙы төҙәтергә әҙер. Эшләргә кәрәк, бында урман бар, социаль селтәрҙәрҙә яҙылған кеүек хәлдең килеп сығыуы ихтимал. Икенсе яҡтан, был ял базаһы республикала иң яҡшыларҙың береһе тип иҫәпләнә һәм 2009 йылдан алып 15 миҙгел эсендә - бындай инцидент тәүге тапҡыр. Асыҡлаясаҡбыҙ, - тип белдергән Башҡортостандың туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: