Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин урындағы иң оло ағинәй, хеҙмәт ветераны Сабира Бикбулатоваға барып, уны 100 йәшлек юбилейы менән ҡотлауҙары хаҡында яҙҙы.
"Сабира Харрас ҡыҙы Ишембай районының Ҡыяуыҡ ауылында ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. Тиҙҙән, атаһының эшенә бәйле, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына күсеп киләләр. 9-сы класты тамамлауына Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Хеҙмәт юлын Байназар мәктәбендә вожатый һәм уҡытыусы булып башлай, артабан Иҫке Собханғол урта мәктәбендә уҡытыусы булараҡ дауам итә. Сабира Харрас ҡыҙы шулай уҡ район Советы башҡарма комитетында дөйөм бүлек етәксеһе булып хеҙмәт итә, ЗАГС бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Бар яҡтан уңған, тырыш, талапсан Сабира Харрас ҡыҙы бихисап наградалар менән бүләкләнә. Тормош иптәше Шәриф Дәүләтгәрәй улы менән биш балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә төп кәңәшсе, ышаныслы терәк, өлгө булып йәшәй хөрмәтле ветеран.
Сабира Харрас ҡыҙына район мәнфәғәтендәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ, оло юбилейы менән ихлас күнелдән ҡотлап иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, именлек һеҙгә! Бөгөнгөләй балаларының, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын!" - тип яҙҙы Рәмил Миңләхмәт улы.
Ағинәйҙе оло юбилейы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Фотолар Р. Абдуллиндың сәхифәһенән алынды.