«7 ғинуарҙа Учалыла һыу үткәргестең өсөнсө епсәһе өҙөлгәс, һыуыҡ һыу тәьминәте туҡтатылды. Авария урыны табылғас та, «Учалы һыу каналы» муниципаль унитар предприятиеһы эшселәре проблеманы бөтөрөү буйынса ремонт эштренә тотондо. Һыуҙы килтереү урындары һәм ваҡыты тураһында мәғлүмәт тиҙ арала район хакимиәте сайтында баҫылып сыҡты», - тип һөйләне Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов.
Ремонт бригадаһы төнө буйы, бөгөнгө иртәнге сәғәттәргә тиклем эшләгән. Учалыла һыуыҡ һыу тәьминәте 8 ғинуарҙың таңғы 5.00 сәғәткә тулыһынса тергеҙелгән.
Шулай уҡ 7 ғинуарҙа Учалыла йәнә бер коммуналь авария теркәлгән. Башҡортостан урамында йылылыҡ селтәрҙәре участкаһында өҙөклөк булған. Бер нисә күп фатирлы йорт эҫе һыуһыҙ һәм йылыһыҙ ҡалған.
«8 ғинуар иртәһенә Учалыла бөтә авария-тергеҙеү эштәре тамамланды», - тип өҫтәне Алик Сәләхетдинов.
Шул уҡ ваҡытта, ныҡ туҙыуы һәм ошо участканың йыш ҡына проблема тыуҙырыуы сәбәпле, Учалыла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса һыу үткәргес төҙөү күҙаллана. Тейешле конкурс процедуралары үткәрелде һәм подрядсы ойошма билдәләнде. 2025 йылда бөтә эштәр башҡарыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа был эштәрҙе контролдә тотоу бурысы йөкмәтелде.
Бынан тыш, 2026 йылда Учалыла 1,3 саҡрым оҙонлоҡтағы һыу үткәргесте капиталь йүнәтеү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Фотолар Учалы районы хакимиәтенән алынды.