Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар , 10:00

35 йылдан һуң әсәһен эҙләп тапты

Рус ғаиләһендә үҫкән Анна башҡорт ҡыҙы булып сыға. Ул ысын әсәһен эҙләп, “ДНК” тапшырыуына мөрәжәғәт итә...

35 йылдан һуң әсәһен эҙләп тапты
35 йылдан һуң әсәһен эҙләп тапты

Яңы йыл алдынан НТВ телеканалының “ДНК” тапшырыуы Башҡортостандың Учалы районында ҡунаҡта булды. Был эфирҙы күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмай. 35 йыл элек сабыйынан баш тартҡан әсә менән үҫеп еткән ҡыҙы тәүге тапҡыр осрашты.

Магнитогорск ҡалаһында тыуып үҫкән Анна Улановаға 11 йәшендә әхирәттәре: “Һин – атайың менән әсәйеңдең үгәй ҡыҙы”, – тип әйтеп һала. Ҡыҙ был турала яҡындарынан бер ҡасан да төпсөнөп һорамай, әммә күңеленә шик оялай.

18 йәшендә ата-әсәһе уға дөрөҫөн һөйләп бирә. Үҙҙәренең оҙаҡ ваҡыт балалары булмағас, был пар 1990 йылда Магнитогорск ҡалаһы дауаханаһынан яңы тыуған сабыйҙы алып ҡайтҡан.

– Ғаиләлә берҙән-бер бала булдым, үҙемде бер ҡасан да үгәй тип тойманым. Яратып үҫтерҙеләр, атайым мәрхүм йәнем теләгән нәмәләрҙе һатып алып бирә ине, бәхетле бала саҡ бүләк иттеләр. Үҫтергән әсәйемде ысын әсәйем тип иҫәпләйем, – тине Анна.

Студияла Анна бер әсәнән тыуған һеңлеһе барлығын белде. Рита ғаиләһе менән Учалы районында йәшәй икән, ире менән матур донъя ҡорғандар, ике ул үҫтерәләр. Әйткәндәй, Аннаның да ике улы бар.

– Бала сағым матур ҙа, ауыр ҙа булды. Атайымды белмәйем. Тәүҙә әсәйем, өләсәйем, инәйҙәрем менән бер өйҙә йәшәнем. Әсәйемдең насар ғәҙәттәре барлыҡҡа килде, һәм 8 йәшемдә балалар йортона эләктем. Әсәйем тәүге ике йылда хәлемде белеп торҙо, тик һуңынан бөтөнләй юҡҡа сыҡты, – тип хәтерләй Рита.

Бала сағы еңелдән булмаһа ла, Рита күңел сафлығын һаҡлап ҡала алған, әсәһенә ҡарата йылы хистәрҙе юғалтмаған.

Ике балаһын рәхимһеҙ рәүештә яҙмыш ҡосағына ташлаған Флүзә Жәләеваның яҙмышы ниндәй булып сыҡҡан һуң?

– Күп йылдар үткәс, мин ғаилә ҡороп, бергә йорт һалып сыҡҡас, әсәйем мине үҙе эҙләп тапты. Һаулығы ныҡ ҡаҡшаған, аяҡтары йөрөмәй, йөрәге насар эшләй. Ирем менән кәңәшләшеп, уны күршеләге йортҡа урынлаштырҙыҡ. Әсәйем бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәй, көндәрен йылы йортта яратҡан сериалдарын ҡарап үткәрә. Көн дә инеп хәлен беләбеҙ, магазиндан аҙыҡ-түлек алып киләбеҙ, һыуын да ташыйбыҙ. Улдарым өләсәләрен бик ярата, – тине Рита.

ДНК анализының һөҙөмтәһе иғлан ителгәс, Анна үҙ әсәһе менән яҡындан күрешергә ҡарар итте һәм Учалы районына юлланды. Күҙгә-күҙ осрашҡас, үҙенә ғүмер бүләк иткән ҡатынға бер нәмә лә әйтә алманы, уны ғәфү итергә әҙер булмауын аңланы.

– Рита һеңлем менән телефондан аралашып торорбоҙ, ғаиләләребеҙ менән дә күрешербеҙ, әммә әсәй тейешле кеше менән әлегә һөйләшә алмайым, – тине Анна Уланова.

Флүзә Жәләева ҡылған хаталары өсөн үкенеүен белдерҙе.

– Әгәр булдыра алһа, Аня мине кисерһен, – тине ул.

Студия ҡунаҡтары фекеренсә, был ҡатынды “эгоист” тип атарға була.

– Тәүге ҡыҙын тапҡан саҡта Флүзә Жәләеваға 24 йәш булған, бындай йәштә ҡатын-ҡыҙ бер түгел, ике баланы ла яңғыҙ ҡарай ала. Әммә ул үҙен генә ҡайғыртҡан, – тигән фекерҙә тамашасылар.

Скриншотта (һулдан уңға): Флүзә, Анна һәм Рита.

Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас: