Йылдың тәүге эш көнө аяҙ көндә аяҡтан йығырлыҡ ауыр хәбәр менән башланды. Бөгөн һис уйламағанда Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты, билдәле башҡорт сканвордсыһы Илдар Ғәбитов арабыҙҙан китте. Уға 63 йәш ине.
Илдар Ғәбитов 1961 йылда Әбйәлил районының Буранғол ауылында тыуған. Ростов дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. 1983-1990 йылдарҙа - Өфө авиация институтында (һуңынан Өфө дәүләт авиация техник университеты), 1990-1997 йылдарҙа Өфө юридик институтында доцент булып эшләй. 2004 йылдан Башҡорт дәүләт университетында (хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университеты) уҡыта. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт, бик күп публицистик эштәр авторы.
Башҡорт матбуғатын күҙәтеп барыусылар Илдар Ғәбитовты шулай уҡ оҫта сканвордсы булараҡ белә. Күп йылдар дауамында уның кроссвордтары һәм сканвордтары республика гәзит-журналдары биттәрендә баҫылып сыға.
Беҙ мәрхүмдең ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Илдар Ғәбитов менән хушлашыу иртәгә, 10 ғинуарҙа, 14.00 сәғәттә Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 3-сө йорт адресы буйынса үтә. Уны тыуған яғында - Әбйәлил районында ерләйәсәктәр.
Фото: социаль селтәрҙәр.