Уны 2020 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы төҙөкләндергәндәр.
Муниципалитет хакимиәте башлығы Марат Латипов һөйләүенсә, йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү концепцияһы Октябрьский урамындағы мәҙәни-спорт комплексы алдындағы майҙанды, шулай уҡ скверҙы һәм уның эргәһендәге биләмәне берҙәм стилдә яңыртыуҙы иҫәпкә алып эшләнгән. Эштәрҙең дөйөм суммаһы 40,4 миллион һумға барып баҫҡан.
Төбәк етәксеһе яңыртылған йәмәғәт киңлеген ҡараны һәм башҡарылған эштәрҙең сифатын юғары баһаланы.
***
Кушнаренкола Башҡортостан Башлығы шулай уҡ XIX быуат башында төҙөлгән тарихи бина – Топорниндар усадьбаһын ҡараны. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң бында балалар приюты, йәшелсә-емеш техникумы, ә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Коминтерндың разведка мәктәбе урынлаша.
1994 йылда бинала янғын сығыуы сәбәпле, хәҙер архитектура ҡомартҡыһы тергеҙеүгә мохтаж. 2022 йылда Радий Хәбировтың тура эфиры ваҡытында Кушнаренко тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Гүзәл Хәмитова Топорниндар усадьбаһына ҡағылышлы мәсьәләне күтәреп сыҡты. Башҡортостан Башлығы йортто реконструкциялау проекты уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында ҡатнашыуын, әммә еңеүселәр иҫәбенә инмәүен билдәләне.
Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров муниципалитет етәкселеге менән бинаны тергеҙеү өсөн финанслау йәлеп итеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Төбәк етәксеһе усадьбаның тарихи ҡиәфәтен һаҡлауҙың һәм бында туристарҙы йәлеп итеү нөктәһен булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Бер генә юл бар – объект реставрацияланасаҡ, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru