Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ғинуар , 22:50

Һөйөнсөгә 100 мең һум вәғәҙәләйҙәр

Һигеҙ баш йылҡы малы юғалған. Күреүселәр юҡмы? 

Һөйөнсөгә 100 мең һум вәғәҙәләйҙәр
Һөйөнсөгә 100 мең һум вәғәҙәләйҙәр

Социаль селтәрҙәге чаттарҙа Баймаҡ районының Шүлкә ауылы кешеһенең һигеҙ баш йылҡыһы юғалыуы тураһында хәбәр иттеләр.

“Һигеҙ баш 1,8 айлыҡ тайҙарҙы эҙләйем. Билдәләре: һул ҡолаҡтары артында билдә һалынған, ялдары ҡырҡылған. Икәүһе ҡара төҫтә, бәләкәй ҡашҡалары бар (берәүһенең һул артҡы тояғы аҡ). Икәүһе – ҡыҙыл туры, тағы икәүһе – ҡыҙыл-аҡ бурыл, берәүһе – ҡола, тағы берәүһе көл төҫөндә, ялы аҡ. Хәҙер төҫтәре үҙгәргәндер инде.

Һөйөнсөгә – 100 000 (йөҙ мең) һум, (бер башына – 12500 һум). Көткән һәм ашатҡан өсөн айырым хаҡ (рулонлы бесән, һоло) түләйем.

Баймаҡ районының Шүлкә ауылынан Юлдаш Раевҡа шәхсән яҙығыҙ һәм шылтыратығыҙ: 89273056485 (ватсап). Анонимлыҡ гарантиялана”.

Фото: bashenc.online

(Фотоның был яңылыҡҡа ҡағылышы юҡ).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: