Асҡын районында йылдан-йыл күркәм йорттар ҡалҡып тора. Район үҙәгендәге шундай матур йорттарҙың береһендә күп балалы Зилә һәм Вадим Усмановтар ғаиләһе йәшәй. Улар менән танышыу күңелдә бары һәйбәт кенә тойғолар ҡалдырҙы, тип яҙа “Аскинская новь”.”Ғаилә ни тиклем нығыраҡ, ул шунса бәхетлерәк”, – тип әйтергә ярата йорт хужалары.
Усмановтарҙың иң бәләкәй ҡыҙҙары Залинаға ярты йәш кенә әле. Ғаилә башлығы Вадим Әнфис улы вахта ысулы менән Яҡут-Сахала эшләп йөрөй. Зилә Мансур ҡыҙы Бишбүләк районында тыуып үҫкән. Өфө финанс-иҡтисад техникумын тамамлағас, Башҡортостан кооператив институтына ситтән тороп уҡырға инә. Тәүге хеҙмәт юлын “УралСиб” банкында башлай. Аҙаҡ Асҡын районының үҙәк дауаханаһында бухгалтер булып тәжрибә туплай. Ә Вадим Әнфис улы Ҡашҡа ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, тормошон спорт һәм туризм менән бәйләргә ҡарар итеп, Урал дәүләт университетына уҡырға инә. Вузды тамамлағас, икенсе юғары белем алыу маҡсатында Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый башлай. Йәштәр осраҡлы рәүештә Өфөләге кафеларҙың береһендә осраша. Тәү ҡараштан бер-береһен оҡшатҡан был бәхетле икәү уҡыуҙарын тамамлау менән никахлаша һәм бер йылдан һуң Вадимдың тыуған яғына йәшәргә ҡайта. Өс йылдан йәш ғаилә Асҡындағы яңы, күркәм йорттарына күсә.
Бына 11 йыл инде Усмановтар татыулыҡта һәм берҙәмлектә донъя көтә. Ғаилә бәхете улар өсөн тәүге урында. Өлкән улдары Тимур 4-се , Даниярҙары 2-се класта уҡый. Икеһе лә аталарына оҡшап, спорт менән шөғөлләнергә ярата. Малайҙар өйҙә ата-әсәнең алыштырғыһыҙ ярҙамсылары. Бәхетле өлкәндәр өсөн балаларының һаулығы – иң мөһиме.
–Ғаилә именлеге хаҡына эшләйбеҙ, тырышабыҙ, кеше тормошонда унан да ҡиммәтлерәк бер ни юҡ, – ти Зилә.– Беҙҙең атай-әсәйҙәребеҙ ҙә һәр яҡлап өлгө булды. Беҙгә яҡшы тәрбиә һәм белем бирҙеләр, ярҙамсыл булырға өйрәттеләр. Хәҙер үҙебеҙ ошо ҡиммәттәрҙе балаларыбыҙҙа тәрбиәләргә тырышабыҙ. Ирем эштә булғанда балалар тулыһынса минең тәрбиәлә ҡала. Түңәрәктәргә үҙем илтәм, үҙем барып алам.Вадим вахтанан ҡайтһа, ул балаларға күберәк иғтибар бирергә тырыша.
Усмановтар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға даими рәүештә ярҙам итергә тырыша. Вадимдың ата-әсәһе Зәриә һәм Әнфис Усмановтар ҙа был эштә ситтә ҡалмай. Ауылдаштары менән бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрә, шәмдәр эшләй, ойоҡбаштар һәм бирсәткәләр бәйләй. ”Ғаилә ныҡлығының сере ябай –мөхәббәт, бер-береңә ышаныс, хөрмәт һәм бер-береңә юл биреү. Әлбиттә, төп бәхетебеҙ – балалар”, – ти Зилә Мансур ҡыҙы.