Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Ғинуар , 23:45

Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды

Бында иҫтәлекле сәйәхәттәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған.

Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды
Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды

Баймаҡ районының Иҫке Сибай урта мәктәбенең атайҙар ҡоро районда ғына түгел, тотош Башҡортостанда ла иң әүҙем эшләгән ойошмаларҙың береһелер. Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Утарбаев ҡышҡы каникулда балалар менән хәтәр шәп ял итеүҙәре хаҡында хәбәр итә.

"Ир ҡанаты - ат!" тигән әйтем бар башҡорт халҡында. Бына беҙ ҙә бер көнгә булһа ла ҡанатланып ҡайттыҡ әле.
Иҫке Сибай мәктәбенең атайҙар ҡоро балалар менән һыбай сәйәхәт итеүҙе уҡыу йылы башында уҡ планға алғайны. Ниһайәт, ҡышҡы каникул ваҡытында шундай форсат килеп сыҡты.
Атанғол ауылында урынлашҡан Денис Өмөтбаевтың КФХ-да бындай сәйәхәттәр өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылған. КФХ хужаһы беҙҙе үҙенең хужалығы менән яҡындан таныштырҙы. Денис әрһеҙ эшҡыуар ғына түгел, тыуған ерен һөйгән, тарихты һәйбәт белгән яҡшы әңгәмәсе лә. Бар һорауҙарға ла уның яуабы бар.
Ә балаларҙың иң көтөп алғаны, әлбиттә, һыбай йөрөү булғандыр. Ирәндек буйлап бер-ике сәғәт эйәрле аттарҙа йөрөп килеүҙәре уларҙың иҫтәрендә бик оҙаҡҡа ҡалыр ул",  - тип яҙған үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә.

Ысынлап та сихри ҡышта һыбай йөрөү үҙе шәп ял түгелме һуң!

Фото һәм сығанаҡ: Сибай Утарбаев

Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды
Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды
Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды
Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды
Балалар һыбай йөрөп ҡыуанды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: