Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бикйән Аҫылҡай улы Әптекәевте 100 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. Бикйән Аҫылҡай улы һуғыш йылдарында Тыуған илен һаҡлаған, төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ күрһәткән, үҙ ғүмерен аямаған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ул кеше ғүмерҙәрен уттан һаҡлаған, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарған, именлекте тәьмин иткән.
Бикйән Аҫылҡай улының үҫмер йылдары ваҡытында һуғыш башланған.
Ул 1925 йылдың ғинуарында тыуа, мәктәптә ете класты тамамлай. 1943 йылда армияға саҡырыла. Уның һалдат тормошо Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында башлана, унда ул тиҙләтелгән радист-кодировщиктар курсын үтә. 1944 йылдың декабрендә Ленинград фронтына аэродром хеҙмәтләндереү батальонына, һуңынан Беренсе Белоруссия фронтына күсерелә. Ленинград, Карел-Фин республикаһын, Эстонияны, Польшаны, Рига ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша.
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Ленинградты обороналаған өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары һәм башҡа юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән. 1955 йылдың ноябрендә, Германияла, Латвия АССР-ында хәрби хеҙмәт үткәндән һуң, тыуған ауылы Балсыҡлыға ҡайта. 11-се янғын һүндереү часында 33 йыл эшләй, райондың янғын хәүефһеҙлеге һағында тора. 1989 йылда хаҡлы ялға сыға.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ведомствоның барлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә Бикйән Аҫылҡай улын хөрмәт итә һәм юбилей айҡанлы иң изге теләктәрен еткерә.
Фото, сығанаҡ: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.