Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар , 21:30

Иң тәмле билмәнде ҡайҙа бешерәләр?

“Бөрө билмәндәре” фестивале ике меңдән ашыу кешене йыйған 

Иң тәмле билмәнде ҡайҙа бешерәләр?
Иң тәмле билмәнде ҡайҙа бешерәләр?

Бөрө ҡалаһы бишенсе тапҡыр билмән һөйөүселәрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әүерелде. Октябрь майҙанында ҡунаҡтарҙы Өфө фән һәм технологиялар университеты Бөрө филиалының «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубы майҙансығы ҡаршы алды. Бигерәк тә киң билдәле пушка иғтибарҙы йәлеп итте. Уның залпы Бөрө ерендә уҙғарылған йөҙләгән фестивалдең башланыуын билдәләй. Һәм «Бөрө билмәндәре» лә тап ошолай башланды.

Балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар гөрлөп торҙо. «Йәшлек» спорт мәктәбе вәкилдәре күңелле старттар, тоҡ кейеп йүгереү, арҡан тартышыу, туп менән эстафета үткәрҙе. «Буревестник» спорт мәктәбе ҡунаҡтарҙы «Батырҙарҙы ашат» уйыны менән йәлеп итте.

Фестивалдең төп сәхнәһендә үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны. Райондың мәҙәниәт йорто, «Умникум» спорт-һауыҡтырыу комплексы, ауыл мәҙәниәт йорто коллективтары ҡунаҡтарға дәртле йыр-бейеүҙәр бүләк итте.

Бишенсе гастрономия фестивале сиктәрендә «Билмәндәр алышы» конкурсы уҙҙы. Быйыл уның форматы үҙгәртелде. Һөнәренә ҡарамаҫтан, теләге булған һәр кем ҡатнаша алды. Ойоштороусылар был ярышты ғаилә бәйгеһе итергә ниәтләй, сөнки билмәнде яңғыҙ әүәләмәйҙәр. Быуындан-быуынға ҙур өҫтәл артына йыйылып, ошо ризыҡты бергәләп әҙерләү йолаһы күсә килә.

Иң яҡшы шеф исемен яулар өсөн Октябрьскийҙан, Белореттан һәм Ғафури районынан ашнаҡсылар килде. Уларға фестиваль хужалары командалары етди конкуренция булды.

Иң тәмле билмәндәрҙе һәм варениктарҙы республиканың кулинарҙар, рестораторҙар һәм отельерҙар ассоциацияһының профессиональ жюри-вәкилдәре һайланы. Ә уларға тамашасылар ярҙам итте.

«Бөрө билмәндәре»нең йыл һайын үткәрелеүе ҡыуандыра. Был сара ҡала кимәленән республика кимәленә күсте. Тиҙҙән был байрам Рәсәй буйынса ла танылыр, тип ышанабыҙ! Бөрө - ҙур потенциалы булған иҫ киткес ҡала.

Сығанаҡ: https://birskpress.ru/news/sotsialnaya-sfera/2025-01-11/v-bashkirii-vybirali-luchshie-avtorskie-pelmeni-4080471

Иң тәмле билмәнде ҡайҙа бешерәләр?
Иң тәмле билмәнде ҡайҙа бешерәләр?
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: