Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Ғинуар , 10:30

Имәндәштәргә матур бүләк яһанылар

Спорт майҙансығының тапшырылыуы Ғафури районының Имәндәш мәктәбе һәм урындағы халыҡ өсөн ҙур бүләккә әйләнде.

Имәндәштәргә матур бүләк яһанылар
Имәндәштәргә матур бүләк яһанылар

Спорт майҙансығының тапшырылыуы Ғафури районының Имәндәш мәктәбе һәм урындағы халыҡ өсөн ҙур бүләккә әйләнде.

Мәктәп директоры Әлфинә Фәрит ҡыҙы Мәхмүтова һәм уның командаһы, ауыл халҡы, ата-әсәләр, проекттың партнерҙары булған Ғафури районы хакимиәте, Имәндәш ауыл биләмәһе, юл ремонтлау һәм төҙөлөшө идаралығы, район электр селтәре, ауыл мәктәбе ярҙамы менән тормошҡа ашырылған. Спорт майҙансығында балалар күпләп шөғөлләнһен, уларҙың ҡыуаныслы тауышына күмелһен, тип теләйек.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ ҡалаларында һәм райондарында ошондай спорт ҡоролмаларының файҙаланыуға тапшырылыуы матур күренешкә әйләнде. Был күптәрҙең спорт менән шөғөлләнеүенә булышлыҡ итә.

ҺҮРӘТТӘ: Имәндәштәр спорт майҙансығының тапшырылыуын көтөп алды.

Әлфиә Вәлиева фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: