12 ғинуарҙа “Йәшлек” йәштәр киңлегендә һәр йылдағыса “Ҙур тәнәфес” командалар слеты уҙҙы. Ул тотош төбәктән иң әүҙемдәрҙе берләштерҙе. “Ҙур тәнәфес” сараһының ябай конкурс ҡына түгел, ә донъяны яҡшыға үҙгәртергә, бергә алға хәрәкәт итергә әҙер булғандарҙың берләшмәһе булыуын да күрһәтте. Слетҡа төрлө район һәм ҡалаларҙан ҡатнашыусылар килде, улар үҙҙәренең тәжрибәләре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы лекциялар тыңланы, яңы белем алды, интеллектуаль ярыштарҙа ҡатнашты.
Слеттың маҡсаты тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн плтформа булдырыу ине. Ул маҡсатҡа өлгәшелде. Сара дуҫлыҡ, ижади мөхиттә үтте.
Фото: “Йәшлек” йәштәр киңлегенән.