

Яңы йыл еткәндә, һәр ҡайһыбыҙ байрамға бәйле үткәндә тороп ҡалған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөп алалыр. Бындай хәтирәләр һәр кем өсөн ҡәҙерле, ә һуғыш осоронда тыуған балалар өсөн – бигерәк тә... Хәйбулла районы Сәғит ауылынан хеҙмәт ветераны Рушан Ҡәйепованың Яңы йыл хәтирәһе өлкәндәрҙе ғәмһеҙ бала саҡҡа алып ҡайтыр, татлы хәтирәләргә сумдырыр.
Мин 1941 йылда тыуған бала бит инде. Атайым һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, Таштуғай ауылында йәшәнек, шунан инде уны бәләкәй генә Суҡраҡ ауылына колхоз рәйесе итеп ебәрҙеләр. Хәҙер ул ауыл юҡ. Әсәйем уҡытыусы ине, атайым – рәйес. Беҙ инде хәлле ғаиләнән һаналабыҙ, сөнки халыҡ шул тиклем бөлгөнлөккә төшкәйне. Хатта шәм тоҡандырырға кәрәсиндәре лә булманы. Әсәйем берәүгә кәрәсин бирәйем тип, саҡ үҙе янып китмәне. Ярай, быныһы икенсе тема.
Мин инде тәүге тапҡыр Яңы йылды ҡаршы алғанымды һөйләмәксемен. Бала саҡтағы иң беренсе шыршымды ғүмерҙә лә онотмайым. Суҡраҡ ауылында мин беренсе класҡа уҡырға төштөм. Дүрт класс та бер бүлмәле өйҙә уҡыйбыҙ. Ике класс иртәнсәк шөғөлләнһә, ҡалған икәүһе төштән һуң килә.
Өлкәндәр ҡырҙан ҡуйы ботаҡлы ҡайын ағасы алып килде. Аптырарға түгел, беҙҙең ялан яғында шыршы-фәлән үҫмәй. Уны күргәнебеҙ ҙә юҡ. “Шыршы”быҙҙың өҫтөнә йондоҙ яһап ҡуйҙыҡ. Уйынсыҡтарҙың бөтәһе лә тик ҡағыҙҙан ине. Һаламды ҡырҡып, энә менән епкә теҙҙек, ҡағыҙҙы дүрткел генә итеп ҡырҡып, шулар менән аралаштырып, ботаҡтарға элдек. Флаг яһаныҡ. Биҙәп бөткәс, шыршыбыҙ арыу ғына килеп сыҡты.
Ул ваҡытта электр уты тигән нәмә юҡ. Әсәйем картуфтың эсен соҡоп, бәләкәй генә һауытҡа кәрәсин ҡойоп, шунан бәләкәй генә сепрәк сығарып, ут яғып, өй эшләне. Картуф-өйҙө шыршының аҫтына элеп ҡуйҙыҡ. Шул байрам ғүмерлеккә иҫемдә ҡалды, иң беренсе шыршым бер ваҡытта ла онотолмай. Инде ҡыуанып уйнаныҡ. Йыры ла һаман иҫемдә (уның тексы шул саҡта йырланғанса, үҙгәрешһеҙ бирелә – Авт.):
Ёлка, ёлка, йәшел баш,
Йәшел баш та бөҙрә сәс.
Бөҙрә сәсен тараған,
Көмөш тараҡ ҡаҙаған.
Ёлкабыҙҙа әйләнеп,
Ана шулай уйнайбыҙ.
Йәшел ёлка янында
Шатланышып бейейбеҙ!
Тәҡәтһеҙ бейенек, әйтәүер. Хәҙер миңә һикһән дүрт йәш, ул йырҙы йырлауыбыҙға инде етмеш алты йыл үтеп китте.
Ул ваҡытта әсәйем шыршыны нисек биҙәргә ҡайҙан белгән? Уҡытыусы булғас, белгәндер. Элеккеләрҙе һис онотмайым, бөгөнгөләй хәтерҙә. Былтыр ауылдың шыршы байрамына саҡырғанда: “Бала саҡта ниндәй ниндәй йыр йырланығыҙ?” – тип һорағастары, шул йырҙы йырланым.
Ни өсөн шул хәтлем хәтеремдә ныҡ ҡалған һуң? Яңы йыл байрамын тәүләп күреүем ине бит, бөтә нәмә лә миңә әкиәт шикелле булды. Тылсымлы донъяла йөрөгән һымаҡ хис иттек үҙебеҙҙе. Беҙ, бала-саға, унан ныҡ ҡыуанып ҡайттыҡ. Ауыр һуғыш йылдарында тыуған балалар ул тылсымлы көндө яҡты хәтирә итеп ғүмерҙәре буйы һаҡлағандыр, тием. Һәр хәлдә, үҙем бер ҙә генә онота алмайым. Яңы йыл тип һүҙ башлаһалар, иң тәүҙә Суҡраҡтағы ҡайын шыршы һәм шат йылмайған балалар күҙ алдыма килә лә баҫа...
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
Һүрәттәрҙә:
"Снежная сказка" фильмынан күренеш, сығанаҡ: https://www.monetnik.ru/obuchenie/istoriya-rossii/novyj-god-sovetskaya-elka/
Элекке Яңы йыл шыршыһынан бер күренеш, сығанаҡ: https://kulturologia.ru/blogs/231217/37144/?ysclid=m5v1w8n7q381296778