Йәмғиәт
13 Ғинуар 2025, 13:25

Исемле йылда ярҙам тағы ла күберәк булыр

Яңы ярҙам саралары ла бар. Мәҫәлән, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында льготалы йөрөү хоҡуғына 18 кеше ғариза тапшырған.

Исемле йылда ярҙам тағы ла күберәк булырИсемле йылда ярҙам тағы ла күберәк булыр
Исемле йылда ярҙам тағы ла күберәк булыр

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам итеүгә айырыуса иғтибар бүленә. 2025 йыл башына 7 меңдән ашыу сабый балалар баҡсаһына бушлай йөрөй. Бынан тыш, 10,5 меңдән ашыу уҡыусы һәм колледж студенттары бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән. 562 студентҡа республика колледждарында уҡыуға сертификаттар бүленгән йә иһә уҡыу өсөн түләү хаҡы ҡайтарылған. 5,5 меңдән ашыу бала һауыҡтырыу лагерҙарында ял иткән.

Башҡортостан шифаханалары 5 мең самаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыны һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул иткән. 920 кеше шәхси йорттарға газ үткәреү өсөн сертификаттар менән тәьмин ителгән. Бушлай ер участкаһы алыу өсөн 322 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы иҫәпкә ҡуйылған, 88 кешегә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса уҡыуға сертификат тапшырылған.

– Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Учалы районы буйынса филиалында уҡытыуҙы ойоштороуҙың уңышлы тәжрибәһенә миҫалдар килтерергә теләйем, – тине Ленара Иванова. – Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың береһе «Клиник психология» программаһы буйынса белем алды һәм бөгөн үҙе башҡаларға ярҙам күрһәтә. Тағы ла ике ветеран «Хәрби психология һәм хәрби стресс төшөнкөлөгөн психологик оҙатыу» программаһы буйынса уҡый, шәхси һаҡ ойошмаһында һәм «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалында эшләй.

Ярҙамдың мөһим өлөшө – консультация һәм психологик ярҙам күрһәтеү. Мәҫәлән, «Ғаилә» үҙәктәрендә был хеҙмәт менән – 6,7 меңдән ашыу, ә медицина ойошмаларында 3 205 кеше файҙаланған. Был эштә #БеҙБергә төбәк штабы ирекмәндәре лә ярҙам итә – 8,5 меңдән ашыу ғариза ҡабул иткәндәр һәм эшкәрткәндәр. 975 махсус операцияла ҡатнашыусы медицина реабилитацияһына йүнәлтелгән. 333  МХО ветераны өсөн кәрәкле техник реабилитация саралары бүленгән, 2 меңдән ашыу яугиргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелгән.

Ленара Иванова шулай уҡ яңы ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. Мәҫәлән, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлында льготалы йөрөү хоҡуғына 18 кеше ғариза тапшырған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ғаризаны төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Күп функциялы үҙәк аша электрон рәүештә йүнәлтергә мөмкин.

Башҡортостан Башлығы барлыҡ ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ҡушты.

– Был йылдың Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителеүен иҫегеҙгә төшөрәм. Беҙ бер нисә ҡарар ҡабул иттек тә инде, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Эште дауам итәбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас