"Салауат Юлаев" хоккей командаһы Өфөлә Түбәнге Кама ҡалаһының "Нефтехимик" командаһын ҡабул итте.
Уйын тыныс ҡына башланып китте тип әйтеп булмай. Беренсе осорҙоң тәүге минуттарынан уҡ яҡташтарыбыҙ ҡаты һөжүм итте. Һөҙөмтәлә "Салауат Юлаев" һөжүмсеһе Уилсон Скотт ҡаршы ҡапҡаға бер гол индерҙе.
Икенсе осор шулай уҡ көсөргәнешле барҙы. Ике яҡ команданан да, төрлө ҡағиҙәләр боҙоу сәбәпле, судья уйынсыларҙы штраф эскәмйәһенә оҙатты. Ысынлап та, сәкәләшеүҙәр ҙә, яғалашыуҙар ҙа булманы түгел, булды. Был арауыҡта "Салауат Юлаев" командаһынан Джошуа Ливо (ике тапҡыр), Александр Хмелевский иң етеҙе ине, үҙ сиратында, гол индерҙеләр. Шулай итеп, икенсе осор 4:0 иҫәбе менән тамамланды.
Уйындың өсөнсө осоронда Джошуа Ливо ҡаршы яҡ ҡапҡаһына тағы бер гол индерҙе. Ҡыҫҡаһы, уйын "Салауат Юлаев" командаһы файҙаһына 5:0 менән тамамланды.
"Салауат Юлаев" 17 ғинуар, шулай уҡ үҙ боҙонда, Екатеринбург ҡалаһының "Автомобилист" командаһы менән көс һынаша.
Фото: Илдар Аҡъюлов.