Йәмғиәт
16 Ғинуар 2025, 06:00

“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне

Ватан һаҡсыһы бүләктәр менән бергә  уларҙың тормошона яҡтылыҡ һәм ышаныс тойғоһо ла өҫтәгән... 

“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне
“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне

Яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы  “Батыр” позывнойлы яугир “Теләктәр шыршыһы”нда хыялдары менән уртаҡлашҡан өс баланың теләген үтәргә булған.

Ҡариҙел ауылында йәшәгән Розалина күптән инде гитарала уйнарға өйрәнергә хыялланған, тик үҙенең музыка ҡоралы булмаған. Рената үҙенә канцелярия йыйылмаһы кәрәклеген белдергән, ә Аделина тирә-яҡ мөхиттең серҙәрен асыу өсөн микроскоп алыу тураһында хыялланыуын әйткән.

 Яугир балаларҙың теләктәрен тормошҡа  ашырған.  Ә район хакимиәте вәкилдәре бөтә бүләктәрҙе ҡыҙҙарҙың өйҙәренә илтеп тапшырған.

Балалар, бүләктәрҙе алып, сикһеҙ шатланған. Ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан, Ватан һаҡсыһының бүләктәр менән бергә  уларҙың тормошона яҡтылыҡ һәм ышаныс  килтереүе улар өсөн ҙур һөйөнөскә әүерелгән.

Сығанаҡ: Айҙар Шәйҙуллиндың социаль селтәрҙәге  битенән.

Фото:https://karaidel.site/news/novosti/2024-12-28/karaidelskiy-batyr-ispolnil-novogodnie-zhelaniya-detey-4060985

 

“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне
“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне
“Батыр” балаларҙың Яңы йыл теләген үтәне
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас