Йәмғиәт
16 Ғинуар 2025, 15:15

Һеҙ “Башҡорт ихаталары”нан ҡәнәғәтме?

Башҡортостандың Йәмәғәтселек палатаһы республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуының үтәлеше буйынса эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Һеҙ “Башҡорт ихаталары”нан ҡәнәғәтме?Һеҙ “Башҡорт ихаталары”нан ҡәнәғәтме?
Һеҙ “Башҡорт ихаталары”нан ҡәнәғәтме?

Башҡортостандың Йәмәғәтселек палатаһы республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуының үтәлеше буйынса эшлекле осрашыу үткәрҙе.

Был күрһәтмә республика етәксеһенең 2024 йылдың 12 декабрендә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса “Башҡорт ихаталары” программаһын 2025 йылда тормошҡа ашырыуға ҡағылды.

“Беҙ “Башҡорт ихаталары” программаһын дауам итәсәкбеҙ. Муниципалитеттар  башлыҡтарының ошо эшкә контроллек итеүен, ә депутаттарҙың  – үҙ һайлау округтарында биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса проекттарға ҡушылыуын, Йәмәғәтселек палатаһының был масштаблы эштең сифатын халыҡтың нисек баһалауын белеү өсөн фекерҙәрҙе өйрәнеүен  һорайым”, – тип әйтелгәйне Мөрәжәғәтнамәлә.

Осрашыуҙа Башҡортостандың Йәмәғәтселек палатаһы ағзалары һәм эксперттары, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Йәмәғәтселек палатаһы, Өфөнөң Киров, Совет һәм Дим райондары хакимиәттәре, БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге йәмәғәтселек контроле үҙәге, Өфө ҡалаһының Йәмәғәтселек контроле үҙәге, Башҡортостандың Торлаҡ милекселәре ассоциацияһы вәкилдәре ҡатнашты.

Төбәк етәксеһе ҡуйған бурысты үтәү өсөн БР Йәмәғәтселек палатаһы күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ милекселәренең “Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеш сиктәрендәге фекерҙәрен һорашыу үткәрәсәк. Планлаштырылыуынса, был һорашыу һөҙөмтәһе 10 февралдә Йәмәғәтселек палатаһы, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы  сайттарында баҫыласаҡ, муниципалитеттар хакимиәттәренең мәғлүмәт ресурстары, ҡала һәм райондарҙың йәмәғәтселке палаталары, йорт чаттары  аша таратыласаҡ.

Йәмәғәт фекерен өйрәнеүҙең икенсе этабы – йәмәғәтселәрҙең, муниципалитеттар хакимиәттәре, тармаҡ ведомстволары вәкилдәренең  ремонт эштәре башҡарылған урындарҙы барып күреүе. Бының өсөн ихата биләмәләренә мониторинг яһау өсөн чек-бит эшләнгән, ул быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһына индереләсәк.  Ихаталарҙы ҡарап сығыу графигы быйылғы 1 апрелгә саҡлы төҙөләсәк.

“Һорауҙарҙы йыйыу халыҡтың биш йыл дауам иткән  ошо программаның үтәлеше менән ҡәнәғәтме икәнен белергә ярҙам итәсәк. Төбәк һәм муниципалитеттар йәмәғәтселек палаталарының, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың  ресурстарын файҙаланып,  граждандарҙың программаның үтәлешенә ҡарашын  билдәләү механизмы булдырыласаҡ. Бөтә яуаптар бер системаға һалынасаҡ, улар ярҙамында нимәләр етешмәүен аңлаясаҡбыҙ. Барлыҡ теләктәр, тәҡдимдәр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына “Башҡорт ихаталары” программаһын камиллаштырыу өсөн тапышырыласаҡ”, – ти Башҡортостандың Йәмәғәтселек палатаһының инфарструктура һәм биләмә үҫеше, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалығы, транспорт һәм  юл хужалығы буйынса комиссияһы рәйесе Александр Волков.

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Арыҫланбәк Хәйҙәров БР Йәмәғәтселек палатаһының һорау алыу үткәреү буйынса тәҡдимен ыңғай баһаланы һәм граждандарҙың биләмәләрҙе комплекслы төҙөкләндереү эшенә мөмкин тиклем тулыраҡ йәлеп ителәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәтселек палатаһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас