Йәмғиәт
16 Ғинуар 2025, 15:50

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлындағы хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлындағы хәрәкәтте ваҡытлыса сикләргә уйлайҙар.

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлындағы хәрәкәт ваҡытлыса сикләнәӨфөлә Көнсығыш сығыу юлындағы хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә
Өфөлә Көнсығыш сығыу юлындағы хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлындағы хәрәкәтте ваҡытлыса сикләргә уйлайҙар.

Юл 25, 28 һәм 29 ғинуарҙа 01.00 сәғәттән алып 05.00 сәғәткә саҡлы һәм 26 ғинуарҙа 01.00 сәғәттән алып 06.00 сәғәткә тиклем ябыласаҡ. Салауат Юлаев проспекты, “Урал” М-5 федераль трассаһы һәм Федоровка ауылы яғынан сығыу юлдары ябыласаҡ.

“Был сара Көнсығыш сығыу юлын файҙаланыусылар өсөн юл хәрәкәтенә идара итеүҙең автоматик системаһы элементтарын ҡорғанда хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсатында эшләнә.  Бөтә эш  юлдағы иң аҙ трафик мәлендә башҡарыласаҡ, автоһәүәҫкәрҙәрҙең был ваҡытлыса уңайһыҙлыҡты аңлап ҡабул итеүҙәрен һорайбыҙ”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова.

Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас