Йәмғиәт
16 Ғинуар 2025, 03:00

Иҫке Яңы йыл үтте

Ике райондың айыҡ ауылдары берләште.

Иҫке Яңы йыл үттеИҫке Яңы йыл үтте
Иҫке Яңы йыл үтте

Муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу маҡсатында Асҡын районы Ҡашҡа ауыл советының Әмир ауылында дуҫтарса мөхиттә “Иҫке Яңы йыл әмирҙәрсә” тигән күләмле спорт байрамы үтте.

Сарала Ҡариҙел районының Абыҙ ауылынан да ҡунаҡтар ҡатнашыуы байрамды тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Әйткәндәй, был ике ауыл да район кимәлендә “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп, республика этабында ҡатнаша.

Рәсми ҡунаҡтарҙың, Ҡыш бабайҙың, Ҡарһылыуҙың ҡотлауынан һуң сараны концерт программаһы, күңелле эстафета дауам итте. “Тюбингыларҙа ярыштар”, “Ҡарҙа хоккей”, арҡан тартыу һәм башҡа  уйындарҙа күңел асты ҡатнашыусылар. Ҡыш Бабай үҙенең аэросаналарында йөрөтөп тә ҡунаҡтарҙың күңелен күрҙе.

Ошондай йәнле ярыштан һуң байрамда ҡатнашыусылар уңған хужабикәләрҙең тәмлекәстәре менән самауыр сәйе эсеп кинәнде. Әмирҙәр  үҙҙәренең яҡта үҫкән шифалы үләндәрҙән бик тәмле итеп сәй ҡайната белә.

Ҡариҙелдәр менән осрашыу ярыш, уйындар менән генә сикләнмәне. “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы  сәләмәт тормош алып барыуҙы популярлаштырыуға арналған  саралар буйынса  түңәрәк өҫтәл дә һөҙөмтәле үтте.

 Фото: “Аскинская новь”гәзитенән.

 

Иҫке Яңы йыл үтте
Иҫке Яңы йыл үтте
Иҫке Яңы йыл үтте
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас