Уны 2020 йылда "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы буйынса төҙөй башлайҙар. Муниципалитет хакимиәте башлығы Олег Ефимов һөйләүенсә, бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары йыһазландырылған, беседкалар ҡуйылған, тротуарҙар һалынған. Парк 2024 йылдың авгусында асыла. Был йәмәғәт киңлегендә Хәтер аллеяһын төҙөкләндереү һәм хәрби техника экспозицияһын урынлаштырыу планлаштырыла.
Уҙған йылдың яҙынан концессия килешеүе сиктәрендә паркты ҡарау һәм үҫтереү өсөн шәхси эшҡыуарҙар Светлана һәм Алексей Фроловтар яуаплы. Урындағы халыҡ Башҡортостан Башлығы менән әңгәмәлә яңы паркты яратыуҙары хаҡында һөйләне.
– Паркты ҡарауҙы урындағы эшҡыуарҙарға биреү - бик дөрөҫ. Ошо территорияла билдәле бер әүҙемлек булыуы, кешеләр бында килеүе, ҡыҙыҡлы объекттарҙың сафҡа индерелеүе мөһим. Бындай миҫалдар бар, Өфөләге ҡайһы бер парктар ҙа шулай эшләй. Дөйөм алғанда, Баҡалы районы һәр ваҡыт таҙа, матур. Бында позитив кешеләр йәшәй. Шулай ҙа һорауҙар етерлек. Беҙ улар тураһында беләбеҙ һәм уларҙы хәл итәсәкбеҙ.
Фото: glavarb.ru