Йәмғиәт
17 Ғинуар 2025, 14:20

Бында бөйөк шәхестәр рухы һеңгән

Ахман ауылы – күренекле драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәжиб Асанбаевтың һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, данлыҡлы “ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуған төйәге.

Бында бөйөк шәхестәр рухы һеңгәнБында бөйөк шәхестәр рухы һеңгән
Бында бөйөк шәхестәр рухы һеңгән

17 ғинуарҙа Баҡалы районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттың мәҙәниәт учреждениелары һәм социаль объекттары эше менән танышты.

Ахман ауылында төбәк етәксеһе 1985 йылда төҙөлгән мәҙәниәт йортон ҡараны. 2020 йылда муниципалитетҡа килеп, төбәк етәксеһе бинаны тейешле хәлгә килтерергә ҡушты. 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында яңыртылған учреждение ижади коллективтар, ауыл биләмәһе халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн үҙ ишектәрен асты.

Мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 6,8 миллион һум бүленде. Был средстволар биналарҙы, инженер селтәрҙәрен капиталь ремонтлауға, ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе һәм сәхнәне алмаштырыуға йүнәлтелгән.

Ахман ауыл биләмәһе – күренекле драматург, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нәжиб Асанбаевтың һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, данлыҡлы “ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуған төйәге. 2017 йылда Ахман мәҙәниәт йортонда районда тыуып үҫкән танылған шәхестәргә арналған музей асылды.

Мәҙәниәт йортонда Нәжиб Асанбаев исемендәге Әҙәбиәт үҙәге булған моделле китапхана ла бар. Ул 400 самаһы уҡыусыны хеҙмәтләндерә, ә әҙәбиәт фонды 10 мең дананан ашыу иҫәпләнә.

Башҡортостан Башлығы музей һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре менән аралашты, экспозицияны һәм күргәҙмәне ҡараны. Журналистар менән аралашҡанда төбәк етәксеһе мәҙәни учреждениены ремонтлауҙың мөһимлеген билдәләне.

– Йортобоҙҙоң фасады ла, эске яғы ла тулыһынса тамамланды. Был ныҡлы тораҡ пункты өсөн лайыҡлы мәҙәниәт йорто. Мин һөҙөмтә менән бик ҡәнәғәтмен, - тине Радий Хәбиров. - Был урында районда тыуып үҫкән билдәле шәхестәр Даян Мурзин һәм Нәжиб Асанбаевтың рухы менән һуғарылған айырым мөхит булды.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың ноябрендә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә асылған Ахман фельдшер-акушерлыҡ пунктында булды.

Элек учреждение ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡулайлаштырылған бинаһында урынлашҡан булған, хәҙер иһә айырым модулле бинаға эйә. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡ менән йыһазландырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр һәм медикаменттар һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Пациенттарҙы медицина өлкәһендә 34 йыл эшләгән фельдшер Клара Купцова ҡабул итә.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү - республиканың беренсел һаулыҡ һаҡлау звеноһын нығытыу буйынса эштең мөһим өлөшө, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Ошо учреждениеларҙа кемдәр эшләйәсәге лә мөһим.

– Һәр саҡ әйтәм - беҙҙә бер быуын фельдшерҙар китә, улар өлкәнәйә. Шуға күрә хәҙер яңы белгестәр килеүен тәьмин итеү үтә мөһим. Беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар башҡа төбәктәргә китмәйенсә уҡый алһын өсөн медицина колледждарына ҡабул итеүҙе арттырҙыҡ һәм уларҙың филиалдарын республика сиге буйлап аса башланыҡ. Ауыл медицинаһын фельдшерҙар менән тәьмин итеү буйынса ихтыяжды ябырбыҙ тип уйлайым, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Баҡалыла Башҡортостан Башлығы Нәжиб Асанбаев исемендәге район мәҙәниәт һарайын да ҡараны. Радий Хәбиров “Герой ҡатыны. Герой әсәһе” проекты күргәҙмәһен ҡараны. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә арнала.

Баҡалы районы мәҙәниәт йорто - муниципалитет халҡы өсөн ял үҙәге. Бөтә ҙур саралар, район советы сессиялары, халыҡ менән осрашыуҙар, концерттар һәм фестивалдәр нәҡ ошо бинала уҙғарыла, унда шулай уҡ ЗАГС, үҙәк район һәм балалар китапханалары, телестудия урынлашҡан.

Бина 1994 йылда файҙаланыуға тапшырылған һәм уның ҡыйығына ремонт талап ителә. Башҡортостан Башлығы республиканың Мәҙәниәт министрлығына тейешле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Белешмә:

2024 йылда Башҡортостанда Әбйәлил, Архангел, Бишбүләк, Благовар, Ейәнсура, Илеш, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы, Саҡмағош, Йәрмәкәй, Иглин, Күгәрсен, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ райондарында 17 муниципаль мәҙәниәт объекттарында капиталь ремонт тамамланды. Шулай уҡ Дүртөйлө районының Төрбәк ауылында модулле мәҙәниәт йорто төҙөлөшөн, Яңауыл районында балалар сәнғәт мәктәбен модернизациялауҙы, Октябрьский ҡалаһында музыка колледжын ремонтлауҙы тамамланылар.

2024 йылда республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 111 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Алты йылда Башҡортостанда бөтәһе 490 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл участка дауаханалары, табип практикаһы офистары асылған.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас