Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә һөйөнөслө яңылығы менән бүлешкән.
– Киров районында ғүмер итеүсе тағы ла берәү ғинуарҙа бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне, йөҙ йәшлек тыл хеҙмәткәре Фәриҙә Вәлиеваны, өйөнә барып, шәхсән ҡотланым, – тип яҙған Илвир Мәҙғәт улы. – Иҫ киткес ныҡлы быуын кешеләре улар. Фәриҙә Ғәбделғәлләм ҡыҙы ҡатмарлы тормош юлын үткән, шуға ҡарамаҫтан йөҙ йәшкә еткән. Уға ҡарата хөрмәтем һәм ихтирамым бик ҙур. Ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ теләйем!
Илвир Нурдәүләтов әйтеүенсә, инәйҙе туғандары хәстәрлектән өҙмәһен, уға һәр көн тик шатлыҡтар ғына алып килһен!
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәре лә Фәриҙә инәйҙе түңәрәк юбилейы менән ҡайнар ҡотлай, йөҙйәшәргә тыныс ҡартлыҡ теләй!
Фото: Илвир Нурдәүләтов.