Йәмғиәт
18 Ғинуар 2025, 09:00

Артистка быйма баҫырға өйрәткән

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Сулпан Әбдрәхимова әбйәлилдәргә быйма баштары баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәткән.

Артистка быйма баҫырға өйрәткәнАртистка быйма баҫырға өйрәткән
Артистка быйма баҫырға өйрәткән

Әбйәлил районының Асҡар ауылында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Сулпан Әбдрәхимова быйма баштары баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.

Сарала ҡатнашыусылар бер нисә сәғәт эсендә кәрәкле белем алып, быймаларына һөйөнөп таралышҡандар.

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы тигәндәре шулдыр, күрәһең. Сулпан Дәминдәр ҡыҙы шулай уҡ сәхнәлә ижад итеп кенә ҡалмай, күптәрҙең яратып уҡыған яҙыусыһы ла. Уның Тәминдәр тигән псевдономы менән сыҡҡан хикәйәләрен оло быуын да, йәштәр ҙә яратып уҡый.

Әйткәндәй, Сулпандың әсәһе  Гөлшат апай ҙа Баймаҡ районы Күсей ауылында иң оҫта быйма баҫыусыларҙың береһе ине. Гөлшат апай баҫҡан йылы һәм йомшаҡ быймаларҙы миңә лә бала саҡта кейергә тура килде. Алма ағасынан алыҫ төшәме ни...

Фото: телеграм

Артистка быйма баҫырға өйрәткән
Артистка быйма баҫырға өйрәткән
Артистка быйма баҫырға өйрәткән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас