Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар , 22:00

Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы шәп йәштәребеҙҙең береһе Диләфрүз Низамова менән таныштырабыҙ.

Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы Диләфрүз Низамова Әбйәлил районының Амангилде ауылында Венера Ғаяз ҡыҙы менән Милләт Әхмәт улы Низамовтарҙың күп балалы, татыу, уңған һәм тырыш ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ул – Төркиәнең Конья ҡалаһындағы Нәжметдин Эрбакан исемендәге университеттың туризм буйынса факультетының II курс студенткаһы. Бәләкәй сағынан туризм тармағында эшләргә теләгән ҡыҙ инглиз, төрөк телдәрен яҡшы белә. Ағайҙары Ғәзим, Айнур, Әлфир һәм һеңлеһе Наҙгөл, еңгәһе Гөлирә кеүек спорт менән дуҫ. Диләфрүз бигерәк тә волейбол уйнарға ярата. Әле ул - Төркиәнең Конья ҡалаһындағы Нәжметдин Эрбакан исемендәге университеттың волейбол командаһы ағзаһы. Бынан тыш, тырыш ҡыҙ бала сағынан бейергә, китаптар уҡырға ярата. Диләфрүздең тағы күңеленә ятҡан бер шөғөлө бар: ул – бына тигән аш-һыу оҫтаһы. Тәмле торт йәки бәлеш, сәк-сәк, салаттарҙың төрлөһөн – һәммәһен дә оҫта әҙерләй. Сихри тәбиғәтле, күлдәр, тауҙар һәм урмандар иле Әбйәлил ҡыҙының киләсәктә тап туризм өлкәһендә эшләргә теләүе лә тиккә түгел. 

- Тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте ғәжәйеп матур. Ошо сихри гүзәллекте тотош Рәсәй һәм донъя кешеләренә күрһәтергә, таныштырырға кәрәк, тигән уй-маҡсат менән белем алам, - ти Диләфрүз Низамова.

Ваҡыты булғанда Диләфрүз үҙе менән бергә белем алған ҡыҙҙар менән Төркиәнең төрлө мөйөштәренә сәйәхәт ҡылырға ярата. 

Беҙ Диләфрүз Милләт ҡыҙын һәм гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған барлыҡ йәштәрҙе лә етеп килгән Студенттар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Уларҙың барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар  һәм барлыҡ уй-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

 “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы Диләфрүз Низамова өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирә алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67864c520e19c783b9e288d 

Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Әбйәлил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: