Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 19:00

Айһылыуға тағы бер операция яһағандар

Ҡурҡыныс сир менән көрәшкән йәш ҡатын һуңғы яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

Айһылыуға тағы бер операция яһағандар
Айһылыуға тағы бер операция яһағандар

Күптән түгел бар республика менән уға ярҙам итеү өсөн 10 миллион һумға яҡын аҡса йыйылғайны. Бер айҙан ул Төркиәгә операцияға барҙы, әммә анализдары насар булыу сәбәпле, кире ҡайтырға тура килде. Шулай уҡ йыл аҙағында уның сирле аяғын ҡырҡыуҙары тураһында хәбәр ителгәйне. Бер нисә көн элек Айһылыу хәлен белдереп социаль селтәрҙә яҙҙы.

“Ҡәҙерле дуҫтар, һирәк яҙғаныма ғәфү итегеҙ, тик хәлем юҡ, сөнки бер айҙа ике наркоз үткәрергә тура килде. Бик етди операциялар булды. Аяҡты ҡырҡҡандан һуң хәл йыйҙым, балалар янында ял иттем, 4 ғинуарҙа Өфөгә йыйындыҡ, сөнки 6 ғинуарға онкологҡа барырға тейеш инем. Балаларҙы үҙебеҙ менән алдыҡ, тик ярты юлда хәлем насарланды, саҡ ҡалаға килеп еттек. Тән температурам 40-ҡа тиклем күтәрелде һәм ныҡ итеп эсем ауырта ине.

Мине шунда уҡ дауаханаға алып киттеләр, унда УЗИ яһап, анализдар алдылар. Табиптар минең йомортҡалыҡтар араһында һигеҙ сантиметрлыҡ яңы шеш барлыҡҡа килгән һәм ашығыс операция кәрәк тине. Беҙ ризалаштыҡ һәм операциянан һуң бик оҙаҡ реанимацияла яттым, саҡ аңыма килдем.

Ошо көндәрҙә сығарҙылар, әле гистология һөҙөмтәһен көтәбеҙ. Әле хәл юҡ, тик яйлап көс туплайым. Иғтибарығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт”, – тип яҙҙы ул.

Айһылыуға ныҡлыҡ һәм тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ!

Фото: социаль селтәрҙән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: