Беҙгә килгән ҡатынды, ул үҙен Сабира тип таныштырҙы, ирҙәр ҡарамаҫлыҡ тип һис тә әйтмәҫ инем. Ныҡ оҙон да, ҡыҫҡа буйлы ла түгел, килешле матур кәүҙәһе шунда уҡ үҙенә магнит шикелле тарта. Әҙ генә ҡыҫыҡ күҙҙәр, ҡалын ирендәр, еңелсә күренгән ҡырлы танау, ике яҡ сикәһенең ҡыҙарып тороуы был ханымға икеләтә, хатта унлата матурлыҡ өҫтәй. Ә һуң, яулығы менән ҡаплаһа ла, бәләкәс кенә булып күренгән күкрәктәр... Ҡыҫҡаһы, төҫ-башҡа бик матур ғына. Һөйләшеүе тиһеңме, хәбәр һөйләмәй, ә йырлай, әйтерһең дә, унан моң ағыла...
Сабираны ниндәй аһ-зар йөрөткәнен беләһегеҙме? Шундай һылыуҡайҙы ире ташлап киткән. Ярай, әгәр ҙә Әҙел берәй йәш ҡыҙға өйләнһә, яҡлашмаҫ та йәки адвокат роленә инмәҫ тә инек. Кемгә-кемгә, ә элекке кәләшенән генә түгел, үҙенән дә бер нисә йәшкә өлкән бисәгә эҫенеп киткән. Аптырамаҫлыҡ та түгел шул.
...Сабира менән Әҙел яратышып өйләнешкән, 25 йәшлек егет үҙенән биш йәшкә кесе ҡыҙҙы кәләш итеп алған. Туй бер аҙна дауам иткән, кемдәр генә ҡотламаған да, ниндәй генә матур теләктәр яуҙырмаған. Бер йылдан фатир алғандар, киләһе йылына автомобиль, тигәндәй. "Бәхетле йәшәгеҙ, тигеҙ ҡартайығыҙ!" тип туйҙа ҡатнашыусы һәр кеше теләк теләгән. "Бынан ары нисек бәхетле булайым, бәхетһеҙ мин, бәхетһеҙ", – тип өҙгөләнде яңы танышым.
Улар ике балаға ғүмер бүләк иткән, егеттәр иһә Алыҫ Көнсығышҡа китеп, шул тарафтарҙа тамыр йәйгән. Әллә үҙҙәренең тыуған яҡтарынан һыуынғандар, әллә мәрйә кәләштәре ебәрмәй, белмәҫһең, ун йыл тирәһе ата-әсәһе янына ҡайтҡандары юҡ икән.
"Балалар аталарының был аҙымына нисек ҡарай?" тип һораулы ҡарашыбыҙҙы йүнәлтәбеҙ. "Телефон аша сетерекле мәсьәләне бер нисек тә хәл итеп булмай шул, әгәр эргәбеҙҙә булһалар, тәфсирләп аңлатыр инем дә ул", – ти бисара ҡатын. "Борсолма әсәй, атай ҡайтыр", тип йыуатыуҙан ары бер ниҙә әйтмәгәндәр.
Ул һөйләй, беҙ ауыҙыбыҙҙы асып тыңлайбыҙ. Сабираның һүҙҙәренә ҡарағанда, кәләшен ташлар булғас, ниңә уның менән яҙмышын бәйләгән? Төн – ял итер өсөн, ә ул бына инде күпме ваҡыт йоҡлай алмай.
– Үҙем ғәйеплеме-түгелме, өҙөп кенә аңлата ла алмайым, бәлки, наҙ-һөйөүҙе биреп еткерә алмағанмындыр, бәлки, алдынан йөрөп барыһын да үҙем эшләгәнмендер, белмәйем, – тип илаулап та алды сибәр ханым. – Уйҙарымдан уйылам... Юҡ, аңланым. Бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй ғүмер иттек. Майына сыҙаша алмай аҙҙы ул. Аҙғын ирҙәргә нимә кәрәк? Әлбиттә, ситтәге бүтән бисәләр инде. Күрәһең, минең ҡыҙығым ҡалмағандыр...
Сабира беҙгә лә бихисап һорауҙарын яуҙырҙы. Һөйләшеү өсөбөҙ бергә булғанда ла ҡыҙыу барҙы, кәләшем менән икеһе генә ҡалғанда нимә тураһында һөйләшкәндәрен тик үҙҙәре генә белә инде. Һиҙемләүемсә, ҡатын әлеге лә шул ирҙе нисек яныңдан ебәрмәү хаҡында тәфсирләп һорашҡандыр...
Һәр хәлдә беҙ шулай уйлайбыҙ. Хөрмәтле дуҫтар, Сабираның яҙмышы нисек тамамланғанын кем нисек фараз итә?
Фото: ampravda.ru.