“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусыАйбулат Үлйәбаев Бәҙри Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегенең дүртенсе курсында белем ала.
Ул сығышы менән Баймаҡ районы Бөрйәнйылға ауылы егете. Башланғыс белемде тыуған ауылында, артабан Баймаҡ лицей –интернатында ала.Бәләкәйҙән атаһы спортҡа һөйөү тәрбиәләгән. Айбулат саңғы, шашка, еңел атлетика һәм футбол менән шөғөлләнә. Бала саҡ хыялы уны Сибай педагогия колледжының физкультура бүлегенә алып килгән. “Спорт менән бала саҡтан шөғөлләнәм, ул миңә көс һәм дәрт бирә, ышаныс өҫтәй. Киләсәктә үҙемде тик уҡытыусы итеп күрәм һәм балаларға спортҡа ҡарата һөйөү уятып, буласаҡ чемпиондар тәрбиәләү – төп маҡсатым”,–ти Айбулат.
Әйткәндәй, Айбулат үҙе белем алған уҡыу йортонда ғына түгел, ҡала, төбәк-ара, республикала үткән саңғы, шашка, еңел атлетика буйынса ярыштарҙа һәр саҡ беренселекте яулай. ГТО нормативтарын тапшырыуҙа ла, республикала уҙғарылған “Геройҙар уҙышы”нда ла уның күрһәткестәре һәр саҡ юғары. Спорт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай ул, уҡыуҙа ла иң алдынғылар рәтендә, бигерәк тә башҡорт һәм әҙәбиәте дәрестәрен көтөп ала.
—Шашка, шахмат, еңел атлетика һәм саңғы буйынса тренерым Фәрит Хәмитовҡа ҙур рәхмәтлемен. Мәктәп йылдарындағы спортҡа ҡарата һөйөүөмдө йәнә баҙлатып ебәрҙе, миңә ышаныс һәм сәм уята алды, яңы еңеүҙәргә әйҙәне, һәр саҡ дәртләндереп торҙо,–ти Айбулат.
Беҙ Айбулат Үлйәбаевты һәм гәзитебеҙҙең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған барлыҡ йәштәрҙе лә етеп килгән Рәсәй студенттары көнө менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар һәм барлыҡ уй-маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған, Студенттар көнөнә арналған конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан үҙе шәп, үҙе спортсы егет Айбулат Үлйәбаев өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инеп тауыш бирә алаһығыҙ: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll67864c520e19c783b9e288d