Йәмғиәт
20 Ғинуар 2025, 08:00

Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ?

Арҡайым ҡасабаһынан Лилиә Шаһиғәлина әсәһенең ҡомалаҡтан әсетке яһау рецебы менән уртаҡлаша.

Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ?Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ?
Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ?

"Хәйерле көн, дуҫтарым! Әсәйем өйрәткән ҡомалаҡ әсеткеһе эшләү рецебы менән уртаҡлашып үтәйем һеҙҙең менән. Ҡомалаҡты ни, шулай ҡайнаталар инде, тиеүселәр ҙә булыр, тик мине әсәйем өйрәтте, шуға күрә, уның рецебын тәҡдим итәм.
(Оригинал рәүештә ҡуям, миңә шәхси хәбәр итеп ебәргән көйө)))

Ҡомалаҡ әсеткеһен эшләү.

Өс литр һыуға ҡомалаҡтың бер ус һабаҡ, бер ус сәскәһен һал, һыуың ҡайнап сыҡҡас. Шуны бешер ҡәҙимге берәй 40 минут, талғын утта. Болғаштырып тор, һабағының өҫтә ятҡанын аҫҡа һалып. Шунан һөҙөп ал да, табағың газ өҫтөндә булған көйө ҡайнар һыуыңа он һалып болғап тор. Самалап. Ҡуйыраҡ бутҡалай булһа - саммай була. Шул йылымысланһа, (тоже болғап ҡара, ныҡ эҫе булмаһын)) әсеткеңде һалып баш әсетәһең төрөп ултыртып. Ҡәҙимге икмәк әсеткәндәге шикелле. Шунан асып болға. Артабан урап тормаһаң да ярай. Ҡалҡып сыҡһа, тағы болғап шиңдер. Шунан ул ҡалҡмай башлай. Шунда әҙер була",  - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә Лилиә Шаһиғәлина.

Киләһе яҙмабыҙҙа Лилиәнең әсәһе өйрәткән ҡомалаҡ әсеткеһе менән тәмле икмәкте нисек бешереү хаҡында уртаҡлашырбыҙ.

Фото һәм сығанаҡ: Лилиә Шаһиғәлина

Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ?
Ә һеҙ ҡомалаҡ әсеткеһен нисек эшләйһегеҙ?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас