Йәмғиәт
22 Ғинуар 2025, 12:30

Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет

“Ҡайҙа йөрөһәң дә, яҡшылыҡ сәсеп кит, тиҙәр бит. Шуға ла ҡулдан килгәндең барыһын да эшләп ҡалдырыу теләге менән йәшәйем” тигән кешеләр булғанда ауылдарыбыҙ йәшәр.

Был ауылда йәшәүе үҙе бәхетБыл ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет

“Башҡортостан” гәзите “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә даими рәүештә төрлө конкурстар ойоштора. Мәҫәлән, “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” бәйгеһе өс йыл рәттән уҙғарылды. Еңеүселәр араһында Учалы районының Илсе ауыл биләмәһе башлығы Азат Вәлитов та бар.

Тырыш етәксе

Азат Дамир улы Вәлитов 1978 йылда Учалы районының Учалы ауылында тыуған. Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы университетын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2019 йылда Илсе ауылы биләмәһе башлығы итеп һайлана.

“Ҡайҙа йөрөһәң дә, яҡшылыҡ сәсеп кит, тиҙәр бит. Шуға ла ҡулдан килгәндең барыһын да эшләп ҡалдырыу теләге менән йәшәйем”, – ти ул.

Азат Вәлитов был һүҙҙәрҙе эше менән дә иҫбатлай. Илсе ауыл биләмәһе башлығы булып эшләгән ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күп ғәмәлдәрҙе тормошҡа ашырыуға өлгәшкән. Етәксе төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 2020 йылда “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында еңеп, Илсе ауылы мәктәбе кәртәһенә капиталь ремонт үткәрелә. Уның оҙонлоғо 542,5 метр һәм хәҙерге заман талаптарына ярашлы 3D рәүешендә эшләнгән. Рысай ауылындағы урамдарға яңы яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған, йәғни 27 лампа алмаштырылған һәм 36 дананы яңынан ҡуйғандар, 565 метр оҙонлоғонда сым һуҙылған.

Илселәр, йыл һайын район һабантуйында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Мәҫәлән, 2021 йылда милли байрамдың иң сағыу сараларының береһе булған милли ихаталар конкурсында беренсе урынға лайыҡ булғандар. Ошо уҡ йылда Илсе ауылы "Учалы районының ауыл биләмәләрен иң яҡшы Яңы йыл биҙәүе” конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға сыҡҡандар.

– Йыл һайын үткәрелгән экологик өмәләрҙә лә ҡатнашабыҙ. Йәйге осорҙа аҙна һайын “Таҙа кесе йома” үткәрелә. Йәмәғәт биләмәләрен йыйыштырыу буйынса өмәләр ойошторабыҙ, шулай уҡ йылына ике тапҡыр Илсе һәм Рысай ауылдары зыяраттарында өмә үткәрәбеҙ. Халҡыбыҙ һәр ваҡыт берҙәм, татыу булыуы менән айырылып торған, бөгөн дә Илсе ауылы биләмәһе халҡы, ошо ҡағиҙәләргә таянып, алға бара, – тип белдерҙе Азат Дамир улы.

Ул 1978 йылда Учалы ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, 98-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, 1996 – 2001 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, инженер-механик һөнәрен ала. 2001 – 2010 йылдарҙа эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Һуңынан “Башсельхозтехника” предприятиеһында, “Зауралье агро” МТС-ында эшләй. 2017 – 2019 йылдарҙа Учалы ауыл биләмәһе башлығы урынбаҫары була.

– Минең тамырҙарым Илсе ауылынан – атай-әсәйем ошо төйәктән. Шуға ла күп кешене алдан белә инем. Әсәйем Рәжәбә Бәлхи ҡыҙы Вәлитова фельдшер булып эшләне, шулай уҡ бер мөҙҙәт Илсе ауыл советы рәйесе лә булды.

– Ауыл хакимиәте башлығының эше миңә яҡшы таныш, шуға ла тәүге көндән үк ауырлыҡтарҙы тойманым. Тәүҙә халыҡ менән танышып сыҡтым. Улар ҙа үҙҙәренең хәл ителмәгән мәсьәләләре менән килә башланы. Депутаттар ҙа ауыл тормошонда бик әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торалар, – тине етәксе.

Азат Дамир улы ҡатыны Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Рина – студент, ә Иҙел балалар баҡсаһына йөрөй.

– Йыл һайын “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” конкурсында ҡатнашабыҙ. Был сара – республика, муниципаль берәмектәр бюджеттарының, физик һәм юридик шәхестәрҙең финанс ресурстарын берләштерергә һәм уларҙы социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтергә мөмкинлек биргән механизм. Граждандарҙы урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәм, атап әйткәндә, муниципаль, төбәк кимәлендә бюджет сараларының бер өлөшөн тотоноуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һайлау, шулай уҡ был ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуҙы артабан контролдә тотоуға йәлеп итеү концепцияһы программаның нигеҙенә һалынған. Программа халыҡ йыйылыштарында үҙҙәре билдәләгән проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Проекттарҙың инициаторҙары – халыҡ, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре, урам комитеттары, күп фатирлы йорттар советтары. Был программа ярҙамында Илсе ауыл биләмәһендә күп проекттар тормошҡа ашырылды, – тине Азат Вәлитов.

Әйткәндәй, ошо проектты файҙаланып, 2019 йылда Рысай ауылында үҙәк урамдағы янғынға ҡаршы ер аҫты резервуары төҙөкләндерелгән. 2020 йылда Илсе мәктәбенең ихатаһын ремонтлағандар. 2022 йылда иһә Илсе ауыл советы административ бинаһының беренсе ҡатында капиталь ремонт эшләгәндәр – тәҙрәләр һәм янғын ваҡытында сығыу өсөн ишек ҡуйғандар. 2019 – 2021 йылдарҙа Илсе һәм Рысай ауылдары урамдарында утты күп сарыф итмәгән яҡтыртҡыстар ҡуйыу һөҙөмтәһендә, электр утына сығымдар 42 процентҡа кәмегән.

Ауыл биләмәһендәге теркәлмәгән йорттарҙы, биналарҙы һәм автомобиль юлдарын иҫәпкә ҡуйыу буйынса ла күләмле эш алып барыла. Һуңғы ике йылда урам-юл селтәрен ҡарауға һәм ремонтлауға алты миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.

Биләмәлә төҙөкләндереү эшенә иғтибар ҙур – һәр эш үҙ мәлендә башҡарылып килә. Бынан тыш, Учалы урман хужалығы менән берлектә 18 мең төп ҡарағай, ҡарағас, мышар, тал ағастары үҫентеләрен ултыртҡандар.

“Айыҡ ауыл”да еңгәндәр

Азат Дамир улы сәләмәт тормош рәүешен таратыу, эскелеккә ҡаршы көрәшкә, халыҡ байрамдарын тергеҙеүгә айырыуса иғтибар бирә. Ошо маҡсатта төрлө саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, “Айыҡ ауыл-2020” конкурсында ҡатнашҡан саҡта 113 ғилми-ағартыу, ижтимағи-милли, хәрби-ватансылыҡ, иҫкәртеү, спорт, мәҙәни сара ойошторғандар.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Илсе рухы” төркөмө булдырылған. Унда ауыл биләмәһенә ҡағылышлы тарихи материалдар баҫыла. Имен булмаған ғаиләләр менән даими эш алып барыла. Был йәһәттән ауылдың Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы тос өлөш индерә.

– “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсында ҡатнашып, беҙҙең команда “Ҙур ауылдар” категорияһында беренсе урынды яуланы. Бүләк фонды биш миллион һум тәшкил итте. Был аҡсаны Илсе ауылын төҙөкләндереүгә, йәғни бөтә заманса хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән балалар уйын майҙансығын һатып алыуға һәм йыһазландырыуға йүнәлттек. Ҡалған саралар Илсе ауылында һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлауға, яҡтыртыуға, коммуникациялар үткәреүгә һәм яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонолдо, – тип һөйләне Азат Дамир улы.

Етәксе янғын хәүефһеҙлегенә ҙур иғтибар бүлә. Ошо маҡсатта 2020 йылда Рысай ауылында, мәктәп ҡаҙанлығы эргәһендә, капиталь ремонтланған һәм йылытылған бина файҙаланыуға тапшырыла, унда махсус тағылмалы янғын цистернаһы урынлаштырыла. Шул уҡ йылда 25 кубометр һыу һаҡламы булған янғынға ҡаршы ер аҫты резервуары булдырылған. Илсе ауылында янғын һүндереү техникаһы өсөн туҡтау урыны менән йыһазландырылған һыу ятҡылығы, һыу алыу өсөн 22 гидрант бар. Иҫкәртеү төркөмө даими рәүештә янғын хәүефһеҙлеге буйынса йорт-ҡаралтыларҙы урап үтә, күрһәтмәләр бирә һәм инструктаж үткәрә.

– Янғындарҙы иҫкәртеү, уларҙың эҙемтәләрен кәметеү, граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау маҡсатында янғынды иҫкәртеүсе автономиялы ҡорамалдар ҡуйыу эше алып барыла. Дүрт йыл эсендә граждандарҙың түбәндәге категорияларына – имен булмаған һәм ауыр тормош хәлендәге күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға, һуғыш балаларына, хәрби хәрәкәт ветерандарына һәм сабыйҙары тыуған ғаиләләргә 379 махсус ҡорамал бирелде, – тине Азат Дамир улы.

2019 – 2023 йылдарҙа муниципалитет хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡын йәлеп итеп, 12 урман янғынын һүндереүҙә ҡатнашҡан.

Хәҙер ауыл мәктәптәренә иғтибар ҙур, Рысай мәктәбендә булғанда беҙ быға инандыҡ. Әлеге ваҡытта унда 98 бала белем ала.

– Мәктәптә бөгөнгө заман талаптарына яуап биргән шарттар булдырыла, барлыҡ мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылған. Балаларҙы йылы автобус йөрөтә. 2020 йылда мәктәп ҡыйығы яңыртылды, тәҙрәләр ҙә алмаштырыла. “Үҫеш нөктәһе” буйынса химия-биология, физика кабинеттарына ремонт эшләнде. Федераль бюджет иҫәбенә алынған ике миллион һумлыҡ ҡорамалдар алдыҡ. Шул иҫәптән ике микроскоп, дүрт ноутбук, күп функциялы бер ҡорамал, химия дәресе өсөн реактив матдәләр, нейротехнологиялар өсөн һанлы лаборатория, өс кимәлле робот техникаһы. Хәҙер балалар рәхәтләнеп төрлө робот эшләй, – тип һөйөнөслө яңылыҡтарын уртаҡлашты Рысай мәктәбе директоры Денис Ғилманов.

Денис Тәлғәт улы – ауыл советы депутаты, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Рысай ауылындағы балалар баҡсаһында 16 бала тәрбиәләнә. Өлкән тәрбиәсе Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы Нәсибуллина, тәрбиәсе Айгизә Надир ҡыҙы Хәкимова, тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлнар Сәйфулла ҡыҙы Хәкимова, ашнаҡсы Сулпан Марат ҡыҙы Хәлилова кескәйҙәр матур тәрбиә алһын өсөн бар күңелен һалып эшләй.

– Балалар бында ихлас йөрөй. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге уйынсыҡтарға, ремонтҡа даими аҡса бүлә. Әле беҙгә компьютерҙы яңыртырға, проектор алырға ине. Ауылда балалар өсөн түңәрәктәр юҡ, шуныһы насар, – тип белдерҙе хеҙмәткәрҙәр.

Әйткәндәй, ата-әсәләр комитеты, бағыусылар кескәйҙәр уңайлы шарттарҙа шөғөлләнһен өсөн даими ярҙам итеп тора. Мәҫәлән, Радик Ғәдинән улы Сәғитов былтыр балалар өсөн уйын майҙансығы алып биргән, быйыл атайҙар уны урынлаштырған, мәктәп хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам иткән.

Батша заманында булдырылған почта хеҙмәте бөгөнгө технологик үҫеш заманында ла халыҡ өсөн иң кәрәкле учреждение булып ҡала, бигерәк тә ауыл ерендә. Шуға ла Илсе ауыл хакимиәте башлығы ауылда почта эшләһен өсөн бар тырышлығын һала. Шуны ла билдәләргә кәрәк, әле почта хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте тейешенсә баһаланмай, шуға ла был өлкәлә үҙ эшенә тоғро булғандар ғына ҡалды, тармаҡ кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә.

Рысай почта бүлексәһендә Гөлназ Сәйфулла ҡыҙы Сәғәҙиева ла ана шундай үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәткәрҙәрҙең береһе. Ул бынан 30 йыл элек Рысайға килен булып төшкән, 30 йыл хеҙмәт стажы бар. Тәүҙә колхозда баш иҡтисадсы булып эшләгән, предприятиелағы ҡыҫҡартыуҙарҙан һуң китапханаға урынлаша, әле иһә почта бүлексәһе начальнигы вазифаһын үҙ иңенә алған. Шулай уҡ инде 20 йыл дауамында Рысай участка һайлау комиссияһы рәйесе лә булып тора.

Халыҡ почта бүлексәһенең эшенән ҡәнәғәт. “Ауылда почта һәйбәт эшләй. Мин почта аша хаттар ебәрәм, район гәзитен алдырам”, – тип һөйләне хеҙмәт ветераны Камил Әхмәтйәнов. Әйткәндәй, Камил Әүәл улы – һуғыш осоро балаһы, уға 86 йәш. Ғүмер буйы колхозда водитель булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.

– Азат Дамир улына рәхмәт, ниһайәт, ауылда сымһыҙ элемтә булдырылды. Почта эшенә килгәндә, халыҡ гәзит-журналдарға әүҙем яҙылһын, тип теләйбеҙ. Пенсионерҙарға рәхмәт – улар төп уҡыусыларыбыҙ, ә бына уҡытыусылар араһынан ауылда бары бер-ике кеше генә балалар журналын алдыра, барып өгөтләп ҡараным, тик файҙаһы булманы. Йәштәр ҙә матбуғатҡа һүлпән яҙыла. Ауылда пенсионер Зөлфирә Мозафар ҡыҙы Ғарипованан өлгө алһындар ине. Ул ауылда иң күп гәзит-журнал алдыра – ете баҫмаға яҙылған. Ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Фуат ҡыҙы Йәлилова элек почтальон булып эшләне, ул да гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра, ваҡытлы матбуғатты уҡып йәшәй, – тип белдерҙе Гөлназ Сәйфулла ҡыҙы.

Кеше ғүмере өсөн яуап бирәбеҙ

Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты ла бар. Люциә Моталип ҡыҙы Мотаһарова халыҡҡа беренсе медицина ярҙамын күрһәтә. Ул сығышы менән Миәс ҡалаһынан. 1991 йылда Рысай ауылына килен булып төшкән. 1999 йылдан фельдшер-акушерлыҡ пунктында физкабинетта хеҙмәт юлын башлаған, ә 2020 йылда Учалы район дауаханаһы уны уҡытҡандан һуң фельдшер булып эшләй.

– 450 кешене хеҙмәтләндерәбеҙ, уларҙың 105-е – балалар. Эш еңелдән түгел, сөнки кеше ғүмере өсөн яуаплыбыҙ. Медицина препараттары менән тәьминәт яҡшы, документтарҙы компьютерҙа тултырабыҙ. Хәҙер компьютер аша табиптар менән видеобәйләнешкә сығып, консультациялар алырға мөмкин.

Азат Дамир улы менән бергә эшләйбеҙ. Диспансерлаштырыу ваҡытында уға исемлек биреп, саҡырыуҙар таратабыҙ. Ул транспорт менән дә даими ярҙам итә. Һәр сара берҙәм үтә, махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамды бергә ойошторабыҙ. Имен булмаған ғаиләләр менән дә эшләйбеҙ, өйҙәренә барып, тәрбиәүи әңгәмәләр үткәрәбеҙ.

Ауылдағы ыңғай үҙгәрештәр ҡыуандыра. Мәҫәлән, бер урамда асфальт ҡатламы яңыртылды. Ауылдың Шишмә биҫтәһенә илткән юлға ҡырсынташ түшәлде, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылды, хәҙер балалар ҡурҡмайынса мәктәпкә йөрөй, – тип һөйләне Люциә Моталип ҡыҙы.

Мотаһаровтар ғаиләһе ауылда өлгөлөләр иҫәбендә. Люциә Моталип ҡыҙы менән Шамил Шиһап улы дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Өлкән ҡыҙҙары Әлзирә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә фельдшер булып эшләй, улдары Данил, быйыл Омск медицина университетын тамамлап, ординатурала уҡырға ҡалған, ул табип-анестезиолог-реаниматолог буласаҡ. Ҡыҙҙары Элина – кәрәҙле элемтә операторы, әле бала ҡарау буйынса ялда. Кинйәбикәләре Әҙилә ауыл мәктәбендә XI класта белем ала.

Илсе мәктәбе ауылға йәм биреп ултыра, ә эсенә инһәң, уның зауыҡ менән биҙәлеүе, хәҙерге заман шарттарына яуап биреүе һоҡландыра.

– Мәктәп 1972 йылда төҙөлгән, 2007 йылда капиталь ремонт эшләнде. Шунан бирле һаҡлап тотабыҙ. 2019 йылда район хакимиәте “Үҫеш нөктәһе” проекты буйынса ике кабинетты ремонтлатты – стеналарҙы тулыһынса яңырттылар, яҡтыртҡыстар ҡуйҙылар, ә ҡалған бөтә ҡорамалдар республика һәм федераль бюджеттар иҫәбенә алынды, – тип һөйләне мәктәп директоры Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы Батыршина.

Илсе урта мәктәбендә 160 бала белем ала, 21 уҡытыусы эшләй. Сығарылыш уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын яҡшы һөҙөмтәләргә бирә. Мәҫәлән, математиканан уртаса балл 70-кә тиң, информатиканан – 83, рус теленән – 60, физиканан – 73. Быйыл алты уҡыусының икәүһе мәктәпте миҙалға тамамлаған.

– Азат Дамир улы менән тығыҙ бәй­ләнештә эшләйбеҙ. Төрлө башланғыстарҙы хуплап торабыҙ, программаларҙа ҡатна­шабыҙ. Мәктәптән өс уҡытыусы – ауыл советы депутаты, ә дөйөм алғанда, биш уҡытыусы – депутат, – тине директор.

Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир Марат Фәрит улы иҫтәлегенә волейбол турниры үтә. Күрше ауылдарҙан – йыйылма, ҡаланан ветерандар командалары ла ҡатнаша.

– Беҙҙең балалар йылына дүрт тапҡыр туризм буйынса турнадоға барып ҡайта, призлы урындарға лайыҡ булалар. Уларҙы физкультура уҡытыусыһы Илгиз Рафаэль улы Юнысов әҙерләй. 45 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Рәмилә Тәлғәт ҡыҙы Солтанованың уҡыусылары Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған “Диктор тауышы” конкурсында ике беренсе урынды яуланы. Олимпиадаларҙа ла уңышлы сығыш яһайҙар. Традицион саралар бик күп ойошторола, – тине Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы.

Илсе мәктәбендә йәштәргә өлгө булып торған тәжрибәле уҡытыусылар бар. Мәҫәлән, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Фәниә Фуат ҡыҙы Әхмәтйәнова 1990 йылдан бирле эшләй. Башҡа фәндәр буйынса ла уҡытыусылар төплө белем бирә, шуға ла берҙәм дәүләт имтиханын уҡыусылар уңышлы тапшыра.

Мәктәп директоры Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы ла бар ғүмерен ошо мәктәпкә арнаған. Ул, 1984 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, 40 йыл физика һәм математиканан уҡыта. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн Башҡортостандың мәғариф отличнигы, “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.

Ғөмүмән, Илсе мәктәбе миҫалы “ауылда насар уҡыталар” тип фекер йөрөтөүселәрҙең хаҡ булмауын раҫлай.

2022 йылда Илсе ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә барлыҡ шарттары булған яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Әле унда ике кеше эшләй.

– “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп алған аҡса иҫәбенә һыу, канализация үткәрелде. Ауыл халҡы медицина хеҙмәткәрҙәре эшенән ҡәнәғәт, улар өй буйынса ла йөрөп ярҙам күрһәтә, – тине ауыл хакимиәте башлығы.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәпкә, балалар баҡсаһына яҡын урынлашҡан. Был да халыҡ өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра.

Иман нурын тарата

Илсе ауылының уртаһында урынлашҡан “Мөхәмәт-сәйет” мәсете тирә-яҡҡа нур таратып тора. Уны 2012 йылда төҙөгәндәр. Әле Хәмит Фәрит улы Фәттәхов мәсеттең имамы булып эшләй.

Хәмит Фәттәхов – ауылдың абруйлы кешеһе. Ул Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, 1971 йылда “Башҡортостан” колхозына эшкә килә. Ябай зоотехник булып хеҙмәт юлын башлаған егетте ҡыҫҡа ғына ваҡытта баш зоотехник итеп үрләтәләр. Ә инде 1975 йылда КПСС-тың Учалы ҡала комитетының ауыл хужалығы бүлегенә инструктор итеп ҡуялар. Ике йылдан Район-ара тоҡомсолоҡ берләшмәһе начальнигы итеп тәғәйенләнә, һуңынан “Башҡортостан” колхозында партия комитеты секретары, колхоз рәйесе, Илсе ауыл советы рәйесе, “Росгосстрах” директоры була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, уны ауыл биләмәһендә ветерандар рәйесе итеп ҡуялар.

Тәжрибәле етәксе Хәмит Фәрит улын ауыл имамы итеп ҡуйғас, мәсет яңы һулыш ала. 

– Мин Зәйнулла ишан мәсетендә курс үттем. Ауыл мәсетенә аҙан әйтеүсе, йәғни имам ярҙамсыһы итеп ҡуйҙылар. 2021 йылда имам киткәс, уның урынына билдәләнеләр. Был яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәс, күберәк хужалыҡ эштәре менән булыштым. Мәсет быға тиклем утын менән йылытыла ине, газға тоташтырыуға өлгәштем. Был эштә ҡала предприятиелары ныҡ ярҙам итте. Мәсеттең документтары тәртипкә килтерелде, хәҙер уставы ла бар. Бында аят аштары, байрамдар үткәрәбеҙ, – тип һөйләне Хәмит Фәрит улы.

Быйыл “Нур” район ҡулланыусылар йәмғиәтенең буш торған магазин бинаһын мәсеткә биргәндәр. Тиҙҙән унда мәҙрәсә асыласаҡ, шулай уҡ аят аштары үткәреү ҙә ҡарала.

– Бала-сағаны уҡытабыҙ. Шуныһы ҡыйын – мәсет бинаһын үҙебеҙ хәйриә аҡсаһына тотабыҙ. Мәсет – Аллаһы Тәғәләнең йорто, буш торорға тейеш түгел. Шуға ла ул ләғнәт уҡып ултырмаһын өсөн ошо юлға баҫтым, – тине ауыл имамы.

Рәмилә Мусина фотолары.

Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Был ауылда йәшәүе үҙе бәхет
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас