Йәмғиәт
23 Ғинуар 2025, 16:00

Атаһын 25 йылдан һуң эҙләп тапҡан...

Мин атайымды хөкөм итергә, уға рәнйергә йыйынмайым. Уны таптым – был иң мөһиме. Балаларым уны беләсәк, шуға бәхетлемен, - ти хәҙер инде үҙе өс бала әсәһе Ләйлә.

Атаһын 25 йылдан һуң эҙләп тапҡан...Атаһын 25 йылдан һуң эҙләп тапҡан...
Атаһын 25 йылдан һуң эҙләп тапҡан...

Ләйлә бәләкәй сағында уларҙың ғаиләһе Ташкентта йәшәгән. Ата-әсәһе һәм ҡыҙ туғандары менән яҡшы йәшәгән улар. Тик бер ваҡыт Башҡортостандан олаталарының ныҡ сирләүе тураһында хәбәр алғас, барыһы ла үҙгәрә. Ғаилә уны ҡарар өсөн Дүртөйлө районының Семилетка ауылына күсеп ҡайта.

Ләйләнең атаһы Ташкентта эшен ҡалдырып китмәй, тәүге осорҙа яҡындары янына һирәк булһа ла килеп-китеп йөрөй. Ә һуңғараҡ уларға юлы өҙөлә... Ләйлә әсәһе, бәләкәй туғандары һәм ауырыу олатай менән тороп ҡала.

Йылдар үтә. Улар төрлө телетапшырыуҙарға атайҙарын эҙләүгә һорау ебәреп ҡарай, әммә һөҙөмтәһеҙ. Әхирәтенең тәҡдиме буйынса Ләйлә азербайжан телевидениеһына ла мөрәжәғәт итә. Өс айҙан уларҙы Бакуға саҡыралар. Телетапшырыу журналистары атай кешене Мәскәүҙә эҙләп таба, баҡтиһәң, ир Ташкенттағы боларыш мәлдәрҙә баш ҡалаға китеп эшкә урынлашҡан була. Ә ғаиләмә ҡайтырға төрлө проблемалар ҡамасауланы, ти ул.

Телевизион студияла 25 йыл буйы күрешмәгән атай һәм ҡыҙҙың осрашыуы бик тулҡынландырғыс була. Ләйлә бер көндә атаһын, өләсәһен, күп һанлы туғандарын да таба. Ә ир бер ейәне менән шунда тәүгә күрешә.

“Мин атайымды хөкөм итергә, уға рәнйергә йыйынмайым. Уны таптым – был иң мөһиме. Балаларым уны беләсәк, шуға бәхетлемен, - ти хәҙер инде үҙе өс бала әсәһе Ләйлә. – Тик яратырға ғына кәрәк, мөхәббәттән һәм ғаиләнән мөһимерәк нәмә юҡ”, - ти ул.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Атаһын 25 йылдан һуң эҙләп тапҡан...
Атаһын 25 йылдан һуң эҙләп тапҡан...
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас