Йәмғиәт
23 Ғинуар 2025, 18:00

Ауылдың ир-егеттәре дәррәү күтәрелеп сыҡҡан

 Ҡотҡарырға алты (!) трактор барған...

Ауылдың ир-егеттәре дәррәү күтәрелеп сыҡҡанАуылдың ир-егеттәре дәррәү күтәрелеп сыҡҡан
Ауылдың ир-егеттәре дәррәү күтәрелеп сыҡҡан

Уҙған аҙнала Белорет районының Ҡаһарман ауылында “Эко-Сити” төбәк операторының сүп-сар ташыған йөк автомобиле юлдан ситкә шыуып төшөп, ауҙарыла яҙған.

Юл ситендә эленеп торған транспортты ҡотҡарырға ауылдың техникаһы булған ир-егеттәре дәррәү күтәрелеп сыҡҡан.

Ҡотҡарыу “операцияһы” еңелдән булмай, сөнки йөк автомобиле ҙур һәм, дөрөҫ эш итмәгәндә, уның ауҙарылыу ихтималлығы була. Шуға ла водителде транспортты сығарғанда уның эҙемтәләрен иҫкәртеп, аҙаҡ, күңелһеҙ хәл була ҡалһа, быға дәғүә белдермәйәсәгенә рөхсәт алғас ҡына егеттәр эшкә тотона.

Ҡотҡарыу эшен оҫта ойоштороу һөҙөмтәһендә сүп-сар ташыған махсус техникаға зыян килтермәйенсә һөйрәтеп сығаралар.

Николай исемле водитель ярҙамға килгән Ҡаһарман ауылы халҡына “Эко-Сити” төбәк операторы һәм "Эко-транс" предприятиеһы водителдәре  исеменән рәхмәт белдерҙе.

“Бындай хәлгә һәр кемебеҙҙең тарыуы ихтимал, шуға ла беҙ һәр саҡ ярҙамға сығырға әҙер”, – тип белдерҙе ярҙамсыл ҡаһармандар.

Фото: скриншот.

Сабир Ғиниәтуллиин видеояҙмаһы.    

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас