"Башҡортостан" ҡала концерт залында "Хәтер күбәләге" тигән Башҡортостандың йәһүд ойошмаһының премияһын тапшырыу ойошторолдо. Ул "Холокост иҫтәлеге шәме" мемориаль концерты сиктәрендә үткәрелде.
Мәҙәниәт усағының фойеһында, "Холокост: юҡ итеү, азат итеү, ҡотҡарыу" тигән Холокосҡа арналған, бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡуйылғайны. Уны тыныс күңел менән ҡарау мөмкин түгел ине. Өйөм-өйөм булып ерҙә үлеп ятҡан балаларҙы күреү менән күҙҙәргә йәштәр тула. Ҡыҫҡаһы, йәһүдтәрҙе ҡырыуға ҡоролған мәкерле сәйәсәт алып барыла, ике миллион тирәһе йәһүд үлтерелгән тигән мәғлүмәт бар. Адам Максимовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай фажиғә ҡабатланмаһын өсөн ошондай сараларҙы даими уҙғарырға кәрәк.
Концерт төрлө шағирҙарҙың яуызлыҡты ҡарғаған һәм тыныс тормошҡа әйҙәгән шиғырҙарын уҡыуҙан башланып китте. Бынан тыш Өфө ҡалаһы 116-сы мәктәптең малай һәм ҡыҙҙарының бейеүе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимовтың скрипкала уйнауы, Рифмир Хөснөтдиновтың йыры һәм башҡаларҙың сығышы күңелдәрҙе лә күтәрҙе, уйландырҙы ла.
Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла халыҡ-ара дуҫлыҡҡа, милләт-ара татыулыҡҡа саҡырҙы.
Фото: Илдар Аҡъюлов.