Интернет селтәрендә һигеҙ йәшлек сиған малайы Ромканың туйынан видео таралды. Ул 13 йәшлек Зөлфиәгә өйләнгән. Туй Әстрхан ҡалаһында, бик ҡиммәтле ресторанда үткән, тип яҙалар. Сиғандар бындай тантаналарға аҡса йәлләмәй, был юлы ла һигеҙ йәшлек кейәү менән 13 йәшлек кәләш хөрмәтенә шампан шараптарынан фонтан, аҡса “ямғыры” ойошторғандар. Ҡунаҡтар әйтеүенсә, туйҙы ҡәйнә кеше – Романдың әсәһе ойошторған.
Әлбиттә, был видео төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. Әммә шуныһы мәғлүм: сиғандар балаларын бик иртә 11 - 14 йәш арауығында өйләндереүҙе хуп күрә. 18-19 йәшлек ҡыҙҙар уларҙа “ҡарт”, “ултырған” ҡыҙ һанала.
Сиғандар башлыса үҙ милләте кешеһе менән ғаилә ҡора. Һуңғы йылдарҙа башҡа милләттән кәләш алған сиған егеттәренең һаны артыуын билдәләйҙәр, ә бына сиған ҡыҙҙарының башҡа милләт кешеһенә кейәүгә сығыу осрағы – бик һирәк күренеш.
Сығанаҡ: vk.com/public221898655
Фото: видеонан скриншот.